

Башҡортостанда “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проекты (национальный проект “Туризм и гостеприимство”) ярҙамында яңы ял базаһы асылды. Комплекс Ҡариҙел йылғаһы буйында урынлашҡан, тип хәбәр иттеләр Ҡариҙел районы хакимиәтендә.
Эшҡыуар Андрей Александров төбәк бүлгән субсидияға төҙөк пляж менән уңайлы кемпинг булдырған. Ҡунаҡтар ҡайнар чан булған саунала ял итә, шулай уҡ махсус йыһазландырылған зонала шашлыҡ ҡура ала.
"Башҡортостандың туристик тармағы әүҙем үҫешә. Яңы идеяларығыҙ һәм ҙур пландарығыҙ булһа, Ҡариҙел районы хакимиәтенә „Эшҡыуарлыҡ сәғәте“нә килегеҙ. Ғариза биреү һәм ярҙам саралары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт –Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында investrb.ru/ru/", – тип билдәләне райондың бизнес-шерифы Лилиә Кәбирова.
“Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проекты инфраструктураны үҫтерергә, ҡорамалдар етештерергә, тармаҡ өсөн кадрҙар әҙерләргә, Рәсәй һәм сит илдәр буйлап сәйәхәттәрҙе алға ебәрергә ярҙам итә. Туристар сифатлы хеҙмәт һәм яҡшы тәьҫораттар, ә бизнес дәүләт ярҙамы ала. Былар барыһы ла сәйәхәттәрҙе уңайлы, хәүефһеҙ һәм ҡыҙыҡлы итә. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.