Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
11 Сентябрь 2025, 04:08

Яугирҙәр тураһында яңы китап сыҡты!

Журналист үҙе билдәләүенсә, китап исеменә өс мәғәнә һалынған: беренсенән, тиҙҙән Еңеү килеп, егеттәребеҙ тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырҙар, икенсенән, яңы дүрт төбәктәрҙәге халыҡ та беҙҙең менән ҡасандыр бер Ватан булып йәшәгән, тимәк, улар ҙа ҡайтты, өсөнсөнән иһә, ул әле күптән Башҡортостанда “Эмир” позывнойлы яугир менән күрешергә тейеш була, әммә осрашыу тик МХО биләмәһендә генә килеп сыға.

Яугирҙәр тураһында яңы китап сыҡты!Яугирҙәр тураһында яңы китап сыҡты!
Яугирҙәр тураһында яңы китап сыҡты!

“Тауҙар менән тауҙар ғына осрашмай...” тип атала ул.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйткәнсә, яугирҙәребеҙгә һәм уларҙың яҡындарына һәр тарафтан ярҙам һәм иғтибар булырға тейеш. Әлбиттә, был ниндәйҙер матди йүнәлеште генә күҙ уңында тотмай. Батырҙарыбыҙ тураһында гәзит биттәрендә сыҡҡан мәҡәләләр, радио-телевидение аша тапшырылған яҙмалар, улар үҙҙәре әйтмешләй, ауыр хеҙмәт үтәгәндә хәрби рухты күтәрә.

Башҡортостан журналистары махсус хәрби операция биләмәһенә йыш ҡына сәфәргә барып, хәрби репортаждар туплай. Был яҙмалар гәзит-журнал биттәрендә даими баҫылып тора. Ҡәләмдәшебеҙ, Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Ашҡаҙар” гәзите баш мөхәррире Рәмил Мансуров өсөн дә бөгөнгө көндә төп тема – махсус хәрби операция. Журналист үҙенең яҙмаларында геройҙарыбыҙ, уларҙың яҡындары, ирекмәндәр эшмәкәрлеге тураһында яҡтыртып бара. Шулай уҡ МХО биләмәһенән репортаждар яҙҙы.

Рәмил Ғәбдрәшит улы яҙмаларын гәзит биттәрендә генә баҫтырып ҡалмай, күптән түгел ул ошо юҫыҡта эшләнгән икенсе китабын ҡулына алды. “Тауҙар менән тауҙар ғына осрашмай” исемле был китап та махсус хәрби операция яуҙарына арналған. Тәүге китап Стәрлетамаҡта авторҙың “Ашҡаҙар” һәм “Стерлитамакский рабочий” гәзиттәре журналистары менән былтыр “Ватан саҡырыуы буйынса” исеме аҫтында донъя күргәйне.

– Беҙ, журналистар, батырҙарыбыҙ тураһында күберәк яҙырға, һөйләргә һәм күберәк уҡыусыға еткерергә тейеш. Ошо маҡсатта китап яҙылды ла инде, сөнки китаптың уҡыусыһы гәзит биттәре менән генә сикләнмәй, – тип тәьҫораттары менән бүлеште автор.

Журналист үҙе билдәләүенсә, китап исеменә өс мәғәнә һалынған: беренсенән, тиҙҙән Еңеү килеп, егеттәребеҙ тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырҙар, икенсенән, яңы дүрт төбәктәрҙәге халыҡ та беҙҙең менән ҡасандыр бер Ватан булып йәшәгән, тимәк, улар ҙа ҡайтты, өсөнсөнән иһә, ул әле күптән Башҡортостанда “Эмир” позывнойлы яугир менән күрешергә тейеш була, әммә осрашыу тик МХО биләмәһендә генә килеп сыға.

Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ районы хакимиәтендә китаптың исем туйы ла үткән. Китап геройҙары – яугирҙәребеҙ, һәләк булып ҡалғандарҙың яҡындары, башҡорт теле уҡытыусылары, ауыл биләмәләре вәкилдәре китаптың тәүге уҡыусылары булған.

– Сарала йәштәрҙең ҡатнашыуы айырыуса мәғәнәгә эйә, сөнки киләсәк улар ҡулында, улар ошондай китаптарҙы уҡып илһөйәрлек рухында тәрбиәләнә, - тип билдәләп үтте сара мәлендә “Башҡортостан” полкының Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин исемендәге мотоуҡсылар батальоны командиры,  МХО геройы, район советы депутаты Фәрит Миһранов.

Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Эльвера Иманғолова билдәләүенсә, китап һәр йортта үҙ уҡыусыһын табасаҡ.

- Сөнки был китапта яҡташтарыбыҙ, уларҙың батырлыҡтары хаҡында яҙылған, ябай тел менән ысынбарлыҡ һуғарылған, – тине Эльвера Ғүмәр ҡыҙы.

Әйткәндәй, Рәмил Мансуров былтыр нәҡ МХО биләмәһенән яҙмалары өсөн Башҡортостан Хөкүмәтенең журналистар араһында Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына лайыҡ булды.

Ҡәләмдәшебеҙгә артабан да ижади үрҙәр теләп ҡалабыҙ.

Григорий КУЗЬМИН фотолары.

Сығанаҡ: bashgazet.ru

Яугирҙәр тураһында яңы китап сыҡты!
Яугирҙәр тураһында яңы китап сыҡты!
Автор:
Читайте нас