+28 °С
Болотло


Алдағы аҙнала республикала «әбейҙәр сыуағы" көтөлә, шуға күрә алдағы көндәрҙә ямғырҙар күҙәтелмәйәсәк, тип хәбәр итә Башгидрометүҙәк. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, урып-йыйыу эштәрен дауам итеү һәм тамамлау өсөн уңайлы шарттар булдырыла. Һауа температураһы норманан бер аҙ юғарыраҡ, 1-2°. Төндә +3,+10°, урыны менән көнсығышта һәм түбән урындарҙа һауала һәм тупраҡ өҫтөндә 0,-2°, көндөҙ +15,+21° тиклем һалҡынайтып, ҡырау төшөүе ихтимал. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, көсһөҙ булыуы көтөлә.
Башинформдан.