Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
16 Сентябрь 2025, 06:06

Ҡышҡылыҡҡа әҙерләйбеҙ

Бының өсөн баҡсала үҫкән йәшелсәләр генә кәрәк.

Ҡышҡылыҡҡа әҙерләйбеҙҠышҡылыҡҡа әҙерләйбеҙ
Ҡышҡылыҡҡа әҙерләйбеҙ
Кәбеҫтәнән салат
Уны эшләү өсөн бер килограмм кәбеҫтә, кишер, татлы борос, помидор, һуған алына. Тәмләткестәрҙән: 2-шәр аш ҡалағы тоҙ һәм шикәр ҡомо, 300 грамм үҫемлек майы, 5-7 борсаҡлы ҡара борос, 3-4 лавр япрағы, 100 грамм аш һеркәһе кәрәк буласаҡ.
Кишерҙе эре ҡырғыстан сығарып, ваҡ итеп туралған помидор, кәбеҫтә, һуған, борос ҡушып бутағандан һуң, ике аш ҡалағы тоҙ шәкәр ҡомо, үҫемлек майы, ҡара борос, лавр япрағы һалып, ярты сәғәт ҡайнатырға. Һүндерергә 10 минут ҡала аш һеркәһе һалырға кәрәк
Сәй содаһы менән яҡшылап йыуылған һәм стерилләштерелгән банкаларға тултырып, ҡаплап ҡуйырға.
 
Баклажан менән кәбеҫтә
Был салатты әҙерләү өсөн 1 кг баклажан, 1 кг кәбеҫтә, 300 гр кишер, 10 теш һарымһаҡ, тәменә ҡарап әсе борос, 10 ҡара борсаҡлы борос, 1,5 аш ҡалағы тоҙ, 0,5 стакан (йә тәменә ҡарап) 9%-лы аш һеркәһе кәрәк.
Башта баклажанды әҙерләйбеҙ. Бының өсөн уларҙың ҡойроҡтарын ҡырҡып ташлап, үҙен 5-7 минутҡа ҡайнап ултырған һыуға һалып торабыҙ. Унан һыуытабыҙ.
 Баклажандар һыуынғансы кәбеҫтәне ваҡлап турайбыҙ. Ҙур табаҡҡа һалғандан һуң, кишерҙе эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Һыуынған баклажандарҙы 2 см тирәһе ҙурлыҡта шаҡмаҡлап турайбыҙ ҙа башҡа йәшелсәләргә ҡушабыҙ. Шулай уҡ тоҙ менән аш һеркәһе өҫтәйбеҙ. Ентекләп болғатабыҙ ҙа тәмләп ҡарайбыҙ. Тоҙо ла, аш һеркәһе лә етерлек булырға тейеш. Унан банкаларға тултырабыҙ һәм һалҡын урынға алып ҡуябыҙ. Бер аҙнанан был салат әҙер буласаҡ.
 
Гурийса кәбеҫтә
 
Ингредиенттар: 1 уртаса ҙурлыҡтағы кәбеҫтә, сөгөлдөр, һарымһаҡ, әсе борос, борсаҡлы ҡара борос, тоҙ, ҡайнар һыу.
 
Кәбеҫтәне киҫәкләп ҡырҡҡылап сығабыҙ (күсән үҙәген ташламайбыҙ), сөгөлдөрҙө түңәрәкләп турайбыҙ, һарымһаҡтың үҙәген алып ташлайбыҙ. Тәрән кәстрүлгә башта кәбеҫтә киҫәктәрен, унан сөгөлдөрҙө—һарымһаҡты—әсе һәм ҡара боросто ҡатлап-ҡатлап һалып сығабыҙ. Кәстрүлдең өҫтөнә 5 см тирәһе сыҡмаҫҡа тейеш. Икенсе бер кәстрүлгә тоҙ һалып һыу ҡайнатабыҙ (ул аштан саҡ ҡына әсерәк булырға тейеш). Ҡайнар тоҙламаны йәшелсәләр өҫтөнә ҡойоп, тәрилкә менән баҫтырып ҡуябыҙ. 4-5 көндән гурийса кәбеҫтә әҙер була. Уның тоҙламаһы кәбеҫтә кеүәҫен хәтерләтә, шулай уҡ ул ашҡаҙан-эсәк трактына бик файҙалы, тиҙәр.
 
Тиҙ өлгөрә торған кәбеҫтә
 
Ингредиенттар: 2 кг кәбеҫтә, 1 ҡыяр, 2 уртаса ҙурлыҡтағы кишер, 1 болгар боросо.
 
Кәбеҫтәне, ҡыярҙы, болгар боросон ваҡ итеп турайбыҙ, эре ҡырғыстан кишерҙе үткәрәбеҙ ҙә барыһын да яҡшылап болғатабыҙ. 3 литрлыҡ банкаларға тығыҙ итеп тултырабыҙ ҙа ҡайнар маринад ҡоябыҙ.
Кәбеҫтә өсөн маринад: 1 литр һыу, 1 аш ҡалағы тоҙ (өймәләмә), өймәләмә 3 аш ҡалағы шәкәр, 1 аш ҡалағы 70%-лы аш һеркәһе. Ғәҙәттә 1 литр маринад 3 литрлыҡ кәбеҫтәгә тап-таман була.
Ашар алдынан кәбеҫтәгә туралған һуған менән үҫемлек майы ҡушып болғатһаң, бигерәк тә тәмле була. Был кәбеҫтәне лә һыуытҡыста һаҡлар кәрәк. Шуға ла үтә ныҡ күп әҙерләмәгеҙ. Оҙаҡ түгел бит, ашап бөткәс, тағы яһарға мөмкин.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын.
Ҡышҡылыҡҡа әҙерләйбеҙ
Ҡышҡылыҡҡа әҙерләйбеҙ
Автор:
Читайте нас