Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
22 Сентябрь 2025, 06:24

Башҡортостанда «Бурыслы» операцияһы старт алды

Бөгөн Башҡортостанда «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы старт алды, тип хәбәр итте республиканың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов үҙенең телеграм-каналында.

Башҡортостанда «Бурыслы» операцияһы старт алдыБашҡортостанда «Бурыслы» операцияһы старт алды
Башҡортостанда «Бурыслы» операцияһы старт алды

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған водителде туҡтатып, уны мәғлүмәттәр базаһы буйынса тикшерә, тип белдерҙе Севастьянов. Әгәр быға тиклем һалынған штрафты түләмәү факты асыҡланһа, административ материал төҙөлә.

«Судта ғәйепле водителде 15 тәүлеккә тиклем административ ҡулға алырға хоҡуҡлылар», — тип өҫтәне Башҡортостандың баш дәүләт автоинспекторы.

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 2025 йылдың һигеҙ айында административ штрафты ваҡытында түләмәгән 5 меңдән ашыу хоҡуҡ боҙоусыны административ яуаплылыҡҡа тарттырған.

«Һәр автоһәүәҫкәргә үҙенең водитель тарихын алдан тикшерергә кәңәш итәм. Бурыстарығыҙ бар икән, түләп ҡуйырға кәрәк», — тип йомғаҡ яһаны Владимир Севастьянов.

Башҡортостанда «Бурыслы» операцияһы 25 сентябргә тиклем дауам итә.

https://www.bashinform.ru

Башҡортостанда «Бурыслы» операцияһы старт алды
Башҡортостанда «Бурыслы» операцияһы старт алды
Автор:Гумерова Л
Читайте нас