Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
22 Сентябрь 2025, 00:51

Иммунитетты нығытабыҙ

Был рецепт өсөн 300-350 грамм имбир тамыры, 150-200 грамм бал һәм 1-2 лимон кәрәк.

Иммунитетты нығытабыҙИммунитетты нығытабыҙ
Иммунитетты нығытабыҙ

Уларҙан яһалған ҡатнашма иммунитетны ғына күтәреп ҡалмайынса, һалҡын тейеүҙән һаҡлай, өҫтәүенә, баш ауыртыуын да баҫырға ярҙам итә. Бынан тыш, организмды холестериндан, төрлө паразиттарҙан таҙарта, йәшәртә һәм ябыҡтыра.

Имбир, лимон һәм бал – витаминдар сығанағы. Лимон С витаминына бик бай, бал да - үҙенсәлекле ризыҡ һәм күп төрлө ауырыуҙарҙан шифа. Имбир тамырында микроэлементтар, аминокислоталар, эфир майҙары бар, шулай уҡ үҫемлектең тамыры В3, В6, В9, С һәм А витаминдарына бай. Былар барыһы ла организмды тонуста тоторға ярҙам итә, төрлө вируслы ауырыуҙарға ҡаршы бына тигән сара.
Ҡатнашма былай әҙерләнә. Имбир тамырын әрсеп, ҙур булмаған киҫәктәргә бүләбеҙ. Лимонды өлөштәргә киҫеп, орлоҡтарын алабыҙ һәм икеһен дә иттартҡыстан сығарабыҙ. Бал ҡушып бик яҡшылап болғатабыҙ. Профилактика өсөн көнөнә бер бал ҡалағы ҡабул итәбеҙ йәки сәйгә һалып бутайбыҙ. Ҡатнашма бик әсе. Имбирҙе, башҡа дарыуҙар кеүек үк, бик һаҡ ҡулланырға кәрәк. Ашҡаҙаны-эсәк ауырыуҙары көсәйгәндә, уны эсмәй торорға кәңәш итәбеҙ.
Ҡатнашманы банкаға һалып, һаҡларға кәрәк.

 

Иммунитетты нығытабыҙ
Иммунитетты нығытабыҙ
Автор:
Читайте нас