+30 °С
Болотло


Янғын Речная урамындағы йортта була. Ҡатын көслө тауыштан уяна һәм бөтә бүлмәнең төтөн менән ҡапланғанын күрә. Ул тиҙ генә балаларын уята һәм улар тәҙрә аша урамға сыға. Бәхеткә күрә, бер кем дә зыян күрмәгән. Янғын һүндерелгән. Күп балалы ғаилә ваҡытлыса туғандары янында йәшәй, - тине ҡотҡарыусылар.
Әлеге ваҡытта ваҡиға урынында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәре, тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Янғындың сәбәбе асыҡлана. Мөмкин булған версияларҙың береһе - электрҙың төҙөк булмауы.
belizvest.ru