Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
24 Сентябрь 2025, 04:12

Һауа торошо

Алдағы көндәргә синоптиктар мәғлүмәтенә ҡолаҡ һалайыҡ:

Һауа торошоҺауа торошо
Һауа торошо

Бөгөн, 24 сентябрҙә, төбәктә яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +23, +28 градус, төньяҡта +18 градусҡа тиклем.

Кесаҙна, 25 сентябрҙә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ-көнбайышҡа күсеүсән талғын, көндөҙ айырым райондарҙа көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +8,+13, көндөҙ +11,+16, көньяҡта +20,+ 25 градус.

Йома, 26 сентябрҙә, ямғырҙар яуа. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +2, +7 градус, көньяҡ-көнсығышта +12, көндөҙ +10,+15, көньяҡ-көнсығышта +20 градус.

Һауа торошо
Һауа торошо
Автор:
Читайте нас