

Быйылғы йәй мул емеш-еләге менән һөйөндөрҙө. Әле булһа ҡатын-ҡыҙҙар йомарт йәй биргән ниғмәттәрҙән ҡайнатма, компот, ҡаҡ һ.б ризыҡтар әҙерләү менән мәшғүл. Күптәр өлгөргән емештәрҙе әрәм итергә теләмәй, ана өҙөлөп төшәм тип торған алмаларҙан ҡаҡ ҡоя. Айыт ауылында йәшәүсе Минегөл Ғайнанова емеш-еләктәрҙән күп төрлө ҡаҡ ҡойоу серҙәрен белә.
- Яҡшы уңыш үҫтереү – эштең яртыһы ғына. Артабан уны дөрөҫ итеп әҙерләргә һәм һаҡлай белергә кәрәк. Өй шарттарында әҙерләнгән ҡаҡ магазиндан һатып алынғанына ҡарағанда, сифаты яғынан күпкә яҡшыраҡ. Үҙең әҙерләгәндә продукттың татлылығын, тәмен һәм ҡуйылығын үҙеңә кәрәккәнсә самалайһың. Был ризыҡ шәкәрһеҙ әҙерләнә, шуға ла диетик аҙыҡ тиергә мөмкин. Электән үк ҡаҡ ҡоя инем, ҡыҙҙарым да, ейәнсәрҙәрем дә ярҙамлаша торғаны, – тип бүлешә кәңәштәре менән Минегөл апай. – Емеш-еләктәрҙең берәүҙәре йомшаҡ, икенселәре ҡаты була . Ҡаҡ эшләгәндә был бик мөһим. Бигерәк тә ҡарағат ҡағын һораусылар күп, ҡурай еләгенән дә яһаным, сейә ҡушып та әҙерләйем, хәҙер сират – алмаға,
унан эшләнгән ҡаҡ йоҡа һәм матур булып кибә. Ҡунаҡҡа йәки ҡөрьән аштарына күстәнәс итеп алып барырға яҡшы. Минең эшләгәнде белгәндәр алдан уҡ заказ биреп ҡуя, 40 килограмға тиклем әҙерләйем.
Дини ҡанундарҙарҙы үтәп йәшәгән Минегөл Ғайнанова ауыл мәсетенә йөрөй. Бында “Аҡмулла волонтерҙары” төркөмө махсус хәрби операциялағыларға ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итә. Экологик ерҙә үҫтерелгән тәбиғәт бүләктәрен махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ебәреүҙе улар үҙҙәренең бурысы тип һанай.
- Беҙҙең төркөмдә ун-ун ике кеше, ике аҙнаға бер тапҡыр һалдаттар өсөн посылка әҙерләйбеҙ. Мәсеттә туҡмас киҫәбеҙ, төрлө үләндәрҙән сәй пакеттары яһайбыҙ, шулай уҡ кейем-һалым, көнкүреш әйберҙәре йыябыҙ. Бер пакет һарымһаҡ ебәрҙем, төрлө емештәрҙән ҡойған ҡаҡтарымды ла алып барам. Беҙгә ауылдашыбыҙ Ғаяз Муллағәлиев бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә, ай һайын тоғо менән шәкәр һәм он килтереп тора, уға рәхмәтлебеҙ. Төрлө емештәрҙән вареньелар ҡайнаттыҡ. Тиҙҙән көҙгө уңыштан сөгөлдөр, кишер киптерә башлаясаҡбыҙ, - ти алсаҡ йөҙлө хужабикә.
Минегөл апай һуңғы йылдарҙа шифалы үләндәр йыйыу менән дә шөғөлләнә. Ни тиһәң дә, тыуған төйәгебеҙҙә бик күп дарыу үләндәре үҫә.
- Үҙем заманында Йоматау ауыл хужалығы техникумында уҡыным, бер аҙ Иглин районында эшләнем һәм ауылдашым Дамир Ғайнановҡа тормошҡа сығып, Айытҡа ҡайттым. Баштағы йылдарҙа машина иҫәпләү станцияһында путевкалар әҙерләй инем, унан һуң “Дим” колхозында оҙаҡ йылдар баш бухгалтер булып эшләнем. Шул заманда үҙебеҙ ҙә күпләп мал-тыуар аҫраныҡ, нисек өлгөргәнбеҙҙер. Хәҙер инде яңғыҙым ғына йәшәйем, шулай ҙа ҡош-ҡорт аҫрайым, баҡса үҫтерәм, күпләп ҡабаҡ сәсәм, уны кешегә бирәм дә, миңә алмашҡа утын килтерәләр. Ай һайын ете-һигеҙ ҡапсыҡ дарыу үләндәре йыйып киптерәм. Тәбиғәттә булыу күңелгә ял бирә, ҡайтҡас йүгерә-йүгерә эшләйһең, - тип һөйләй ул.
Минегөл апайҙың йыйған шифалы үләндәре араһында күптәргә яҡшы таныш булған мәтрүшкә, кейәү үләне, һары мәтрүшкә, еҙтөймә, йүкә сәскәһе, туҡранбаш, андыҙ, кәзә һаҡалы кеүек үҫемлектәр бар. Мәҫәлән, ул ҡыш көнө үк Яңы йыл байрамдары үтеү менән, шыршы энәләрен йыйып киптерә башлай. Унан сират - һары умырзая, кесерткән, ландыш, астрагал, әремгә етә. Баҡсала үҫкән ҡарағат һәм ҡурай еләге япраҡтарын да әрәм итмәй, бынан тыш, фасоль ҡабығын да йыйып киптерә. Иҙәндә туҡранбаш, бәрхәт сәскәләре йәйеп ҡуйылған.
Үлән сәйҙәренә килгәндә, хужабикә төрлө үләндәрҙе үҙе йыйып, уларҙы киптереп әҙерләй. Бигерәк тә кейәү үләне, ҡарағат һәм ҡурай еләге япрағы, бөтнөк сәйе эсергә яратабыҙ, ти. Шулай уҡ үләнде ҡара сәйгә ҡушып эскәнгә ҡарағанда, уны айырым ҡулланыу күпкә файҙалыраҡ икән.
Ҡаҡ ҡойоу эше мәшәҡәтле булһа ла, ҡышҡы һалҡын көндәрҙә йәйҙең мул һыйы менән тәмләп сәй эсеүе ни тора! Етмәһә, артыҡ татлы ла түгел, емештең бөтә витамины тиерлек шул килеш һаҡлана. Минең дүрт ейән-ейәнсәрем Питерҙа уҡый. Уларға һәм башҡа туғандарға күстәнәс итеп шифалы үләндәр һәм ҡаҡ, ҡайнатмалар биреп ебәрәм, - ти, һәр ваҡыт хәрәкәттә булған Минегөл апай.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА,
Автор фотоһы.