Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
25 Сентябрь 2025, 10:13

Ғаилә эше

Дүсән ауылынан Хәйҙәровтар ҡайҙа тыуған — шунда кәрәк булыуҙары менән бәхетле 

Ғаилә эшеҒаилә эше
Ғаилә эше

Районда иген культураларын йыйыу тамамланып килә: көнбағыш баҫыуҙарын йыяһы ғына ҡала. Дүсәндән крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы Габтулла Хәйҙәров мул уңыш үҫтергән. Был көндәрҙә 160 гектар майҙанда көнбағыш баҫыуында урып-йыйыу эштәре бара. Йыл һайын «Енисей» сортлы көнбағыш мул уңыш бирә hәм бер тапҡыр ҙа һынатмаған. Комбайн штурвалы артында фермер үҙе. Йыйылған уңышты баҫыуҙан хужалыҡ складына кейәүе Инзил Халиҡов ташый. Ул фермерҙың алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы, вахта ваҡытында hәр ваҡыт эргәлә генә. Yҙе Себер тарафтарында эшләй. Йәйге каникул мәлендә олатаһына ейәндәре ярҙам итә. Урып-йыйыу сезоны барышында складҡа килгән игенде Ғәли Халиков үҙе уйлап тапҡан hәм үҙе яһаған ашлыҡ таҙартыу машинаһында башҡара. Ҡатыны Зөһрә игенде ҡабул итә, иҫәпкә алып, келәткә һала.

— Быйыл һабан боҙайын 35 гектарҙа, ҡара боҙайҙы 47 гектарҙа йыйып алдыҡ, көнбағыш йыябыҙ. Ҡалған майҙандар бесәнлектәр өсөн бүленгән. Быйыл уңыш яҡшы, зарланырлыҡ түгел. Ашлыҡтың бер өлөшөн складҡа һалабыҙ — был орлоҡтарҙы сәсергә лә ҡалдырабыҙ, hәм бер аҙын һатабыҙ ҙа. Халыҡҡа пай ерҙәре өсөн иген бирҙек. Кеше етмәй, ауылда эшкә саҡырыр кеше юҡ. Шуға күрә ғәҙәттә  бар ғаиләбеҙ менән эшләйбеҙ. Һәҙ бурысын  башҡара, — тип аңлата Ғабтулла Хәбибулла улы.

Был ауылдың хеҙмәт һөйөүсән ғаиләһендә берҙәмлек хөкөм һөрә. Кейәүенең ишек алдында ауыл хужалығы техникаһы hәм склад урынлашҡан. Бында йорт яны территорияһы автотракторлы мини парк ролен үтәй. Фермерҙың арсеналында МТЗ-82 тракторы, ГАЗ-53 йөк автомобиле, ашлыҡ йыйыу комбайны, тупраҡ эшкәртеү һәм үҫемлектәрҙе ҡарау өсөн кәрәк булған барылҡ ауыл хужалығы техникаһы, сәсеү комплексы бар. Унда ашлыҡ hәм көнбағыш уңышын, шулай уҡ кәрәкле барлыҡ эшкәртеүҙе һаҡлау өсөн склад та бар.

Яҡында ғына фермерҙың ҙур йорто урынлашҡан. Ишек алдына кергәндә, тәртип hәм таҙалыҡвҡа иғтибар итәһең. Яҡшы хужаның hәр ҡайҙа тәртип икәнлеге күҙгә салына. Сәскә түтәлдәрендәге, һауыттарҙағы гөлдәр һәр ҡайҙа Зөhрә Фаяз ҡыҙы уйлағанса үҙ композицияларын яһайҙар. Баҡсала еләк-емеш ҡыуаҡтары hәм ағастар үҫә. Территория сәскәләр һәм төрлө фигуралар менән биҙәлгән.

— Был Зөhрәнең эше, ул минең hәр нәмәгә оҫта, ярҙамсым һәм мөхәббәтем. Беҙ уның менән 40 йылдан артыҡ үҙ-ара аңлашып, татыу йәшәйбеҙ. Ҡатыным — минең илhамландырыусым, ярҙамсым һәм ойоштороусы. Аҫыу эштәре ваҡытында ул, өй эштәренән тыш, иртәнге аш, төшкө аш әҙерләп, баҫыуға алып килә. Мин ғаиләмде бик яратам, — тип ғорурланып һөйләй Ғабтулла. Ир менән ҡатын икеһе лә Дүсән ауылында тыуып үҫкән, үҫә төшкәс, бер-береһенә күңел тартылыуын тоялар. Урта мәктәпне тамамлағандан һуң, белем тураһында аттестаты менән бергә механизатор таныҡлығы алып, Ғабтулла кyпмелер ваҡыт «Марс» колхозында тракторсы булып эшләй. Артабан Совет Армияһына хәрби хеҙмәткә алына. Хеҙмәте Эстонияла сик буйы ғәскәрҙәрендә үтә. Демобилизациянан һуң тыуған яғына әйләнеп ҡайта hәм колхозда башта тракторсы, унан һуң шофер булып эшләй башлай. Зөhрә колхозда эшләй. Йәш егет менән ҡыҙ дуҫ булыуҙарын дауам итәләр, хатта үҙҙәренә генә хас булған наҙлы мөнәсәбәт барлыҡҡа килә. Егет үҙенең ҡыҙын нисек атағаны hәм һөйгәненә үҙенең буласаҡ иренә нисек мөрәжәғәт иткәнен улар бөгөн дә йылмайып иҫкә алалар. 1983 йылда йәштәр өйләнешә. «Южный» совхозы ойошҡас, йәш ғаилә күрше ауылға күсенә. Яңы төҙөлгән хужалыҡ үҙенең масштабтары менән шаулай башланы. Етештереү объекттары, инфраструктура, тораҡ төҙөлә һәм йәштәргә бирелә. Йәштәр күп була. Хәйҙәровтар совхозда эшләй башлай, ир шофер булып урынлаша, ә ҡатыны кадрҙар бүлегендә хеҙмәт итә. Ваҡыт үтә тора, оло ҡыҙҙары Ғәлиә үҫкән йәш ғаилә үҙҙәренең тыуған ауылында йорт һалыу тураһында күп тапҡырҙар уйлана. Ғаилә башлығы аҡса эшләргә Төньяҡҡа китә. Аҡса йыйғас, улар Дүсәндә ҙур һәм иркен йорт һалып, күсенеп ҡайта. Ғабтулла Төньяҡта эшәүен дауам итә, Зөhрә хужалыҡ алып бара. 2015 йылда ғаилe советында ауыл хужалығы менән шөғөлләнергә ҡарар итә hәм фермер хужалығы аса, hәм бөгөнгө көнгә ҡәҙәр бар ғаилә менән эшләүҙәрен дауам итәләр. Ирле-ҡатынлы Хәйҙәровтар бик бәхетле кешеләр hәм өлгөлө ғаилә. Улар ҡайҙа тыуған — шунда кәрәк булыуҙары менән бәхетле, иҫ киткес ҡыҙ үҫтереүҙәре менән бәхетле. Өлкән ҡыҙҙары Ғәлиә, уртансыһы Лилиә hәм кинйәләре Ынйы — ҙур мөхәббәт емештәре. Ғабтулла менән Зөhрә Хәйҙәровтарға иң ҙур шатлыҡты яратҡан ейәндәре бүләк итә.

Ғәзи МӨХӘМӘТОВ.

Автор фотоһы.

Ғаилә эше
Ғаилә эше
Автор:
Читайте нас