Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
25 Сентябрь 2025, 10:24

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам саралары дәүләт хеҙмәттәренә индерел

Хәҙер ярҙам саралары менән дәүләт хеҙмәттәре порталында танышырға мөмкин, тип белдерҙе Радий Хәбиров. Унда бөтә аңлатмалар ҙа бар.

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам саралары дәүләт хеҙмәттәренә индерелБашҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам саралары дәүләт хеҙмәттәренә индерел
Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам саралары дәүләт хеҙмәттәренә индерел

Башҡортостанда республика дәүләт хеҙмәттәре порталында МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 50-нән ашыу ярҙам сараһы тупланған. Был турала республика етәксеһе Радий Хәбиров МАХ каналында хәбәр итте.

Ярҙам саралары бер нисә тормош сценарийы буйынса төркөмләп урынлаштырылған, һәр береһенең тасуирламаһы бар, тип билдәләне Радий Хәбиров.

«Ҡайһы бер осраҡтарҙа ғаризаны шунда уҡ, электрон төрҙә бирергә мөмкин. Башҡаларында иһә ҡайҙа һәм ниндәй белешмәләр менән мөрәжәғәт итергә кәрәклеге ентекле яҙылған. Порталда үҙеңдең тәҡдимдәреңде һәм теләктәреңде яҙып ҡалдырырға мөмкин. Минең командам мотлаҡ иғтибарға алыр», — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

Опция менән ошо һылтанма буйынса үтеп танышырға була. 

https://www.bashinform.ru

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам саралары дәүләт хеҙмәттәренә индерел
Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам саралары дәүләт хеҙмәттәренә индерел
Автор:
Читайте нас