Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
25 Сентябрь 2025, 03:43

Өфөлә математика лицей-интернаты төҙөлә

Унда бөтә республиканан VI-XI класс балалары белем аласаҡ.

Өфөлә математика лицей-интернаты төҙөләӨфөлә математика лицей-интернаты төҙөлә
Өфөлә математика лицей-интернаты төҙөлә

Өфөлә “Йәштәр һәм балалар” милли проектының (национальный проект “Молодёжь и дети”) “Иң яҡшыһы балаларға” федераль проекты сиктәрендә математика лицейы интернаты төҙөлөшө дауам итә, тип хәбәр иттеләр республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан.

Төҙөлөш майҙансығында 29 белгес һәм ете берәмек техника йәлеп ителгән. Әлеге ваҡытта ер эштәре башҡарыла: соҡор ҡаҙыу һәм фундамент ҡороу, һүтеү эштәре, тышҡы кирбес стеналар төҙөү алып барыла. Объектты инженер селтәрҙәренә тоташтырыу өсөн бөтә кәрәкле техник шарттар алына. Артабанғы планда - ҙур күләмдә төҙөлөш һәм биҙәү эштәре, шулай уҡ лицей-интернатты заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу.

Белем биреү учреждениеһының дөйөм майҙаны 24 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итәсәк. Лицей 360 уҡыусыға һәм 250 йоҡо урынына иҫәпләнгән. Унда бөтә республиканан VI-XI класс балалары белем аласаҡ. Уҡыу йорто мәғарифты, спортты, ижадты һәм фәнде берҙәм заманса арауыҡта берләштерәсәк, был уҡыусыларҙы уҡытыу һәм йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырасаҡ.

– Өфөләге математика лицейы проекты төбәктең мәғариф инфраструктураһын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Уҡыусыларҙы уҡытыу һәм йәшәү өсөн заманса майҙансыҡ булдырыу йәш таланттарҙың юғары әҙерлек кимәлен, уларҙы үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Беҙ эштәр барышын контролдә тотабыҙ һәм проектты ваҡытында тормошҡа ашырыу өсөн бөтә кәрәкле сараларҙы хуплайбыҙ, – ти Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов.

Фото: Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан.

bashgazet.ru

Өфөлә математика лицей-интернаты төҙөлә
Өфөлә математика лицей-интернаты төҙөлә
Автор:
Читайте нас