

Халҡыбыҙҙың милли геройы Салауат Юлаев һәйкәле йүнәтеү эштәре өсөн ике йылға ябылғаны барыбыҙға ла билдәле. Ә тап бөгөн уны һүтеү эштәренә тотондолар ҙа инде. Йәғни, әлегә тикшереү эштәре тамамланып, кәрәкле документтар әҙерләнеп, уны айырым бүлектәргә бүлеү эштәре башланды. Белгестәрҙең әйтеүенсә, һәйкәлдең һәр кәүҙә өлөшө, ҡулындағы ҡамсыһы, ҡылысы, атының да һәр бер ағзаһы айырым-айырым һүтеләсәк. Һүтеү бер ай дауам итәсәк һәм октябрь аҙағына тамамланасаҡ. Артабан реставрация эштәре Өфөләге махсуслаштырылған цехтарға күсереләсәк.
Рәсәй художество академияһы фонды яғынан бөтә был эштәргә Рәсәйҙең атҡаҙанған архитекторы, Рәсәй художество академияһының академигы Александр Мирианашвили яуаплы итеп ҡуйылған. Сәнғәт академияһы һәйкәлде бөтөнләйе менән реставрациялауға һәм, иң мөһиме, һаҡлау өсөн яуаплы.
– Скульптура 60 йыллап тора. Әлбиттә, болттары, ҡорос конструкциялары тутыҡҡан, – тип билдәләне Александр Гурамович. – Тәүге деталдәрҙе бөгөн үк һүтә башлаясаҡтар. Әлеге ваҡытта быға әҙерлек бара, йәғни болттарҙы ысҡындыралар, тәүге иретеп йәбештерелгән урындарҙы кире һүтәбеҙ. Бында тиҙҙән кран ҡуйыласаҡ. Барыһын да ипләп кенә һүтеп алғандан һуң цехҡа алып барасаҡбыҙ.
Әйтергә кәрәк, һәйкәлдең өҫ яғы ғына түгел, уның торған ер аҫты ла ентекле тикшерелгән. Александр Гурамовичтың һүҙҙәренсә, нигеҙенең торошон тикшереү өсөн туғыҙ метрлыҡ тәрәнлектә шурф ҡаҙылған. Археология эштәрен алып барыусы, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының гуманитар тикшеренеүҙәр методологияһы һәм ысулдары лабораторияһының археологтары конструкцияның аҫҡы өлөшөнә тиклем ҡаҙып төшкәндәр һәм иң аҫҡы нығытмаларҙың ниндәй хәлдә булыуын тикшергәндәр. Иң аҫҡы өлөштөң торошо яҡшы, фундаменты ике өлөштән тора, өҫкө өлөшө таш менән көпләнгән. Тап бөгөн, өҫкө өлөшөн шул килеш ҡалдырырғамы, әллә яңыртырғамы икәне хәл ителә. Сөнки ул яҡшы торошта, әммә яңыртылһа, тағы ла яҡшыраҡ буласаҡ, ти белгестәр.
Әйткәндәй, параллель рәүештә һәйкәл биләмәһендә археологик күҙәтеү алып барған археологтар төркөмө эшләй. Тап шурфты ҡаҙыған мәлдә, улар иртә тимер быуат, урта быуат һәм 18-19 быуат керамикаһы фрагменттарын тапҡандар.
– Федераль әһәмиәттәге "Салауат Юлаев скульптура төркөмө" һәйкәле, "Өфө ҡаласығы 4" федераль әһәмиәттәге икенсе һәйкәл ерлеге өҫтөндә урынлашҡан булған. Шуға ла, бөтә норматив документтар буйынса, Салауат Юлаев һәйкәленең мәҙәни мираҫ объектын реконструкциялау зонаһында археологик күҙәтеүҙе мотлаҡ үткәрергә тейешбеҙ, – ти университеттың гуманитар тикшеренеүҙәр методологияһы һәм ысулдары лабораторияһының ғилми хеҙмәткәре Николай Щербаков. – Атап әйткәндә, был ҡаласыҡ биләмәһендә һаҡланып ҡалған мәҙәни ҡатлам ҡалдыҡтарын күҙәтәбеҙ. Беҙҙә студенттар эшләй, иртә тимер быуат, урта быуат һәм һуңыраҡ осорҙағы материалдар табылды, йәғни әлеге мәлдә реставраторҙар, архитекторҙар һәм археологтарҙың берлектәге эше бара.
Дөйөм алғанда, һәйкәлде реконструкциялау 2027 йылдың аҙағына тиклем дауам итәсәк, яңыртылған комплекс үҙенең 60 йыллығына асылырға тейеш. Алдан хәбәр ителгәнсә, бөтәһе өс этап билдәләнгән. Беренсеһе - әҙерлек: биләмәне кәртәләү, төҙөлөш ҡаласығын һәм техниканы әҙерләү. Тиҙҙән бында 60 тонна йөк күтәреүгә тәғәйенләнгән кран машинаһы килә һәм уны постаменттан төшөрәсәк. Икенсеһе - төп этап: фигураларҙы реставрациялау, пьедестал һәм ҡурғанды, шулай уҡ фонтанды реконструкциялау. Коррозия менән зарарланған каркасты тулыһынса алмаштырыу кәрәк буласаҡ, ә һыбайлы һәм ат фигуралары йыйылған суйын пластиналар полимер материалдар менән эшкәртеләсәк, улар һәйкәлде төп емергестәрҙән — елдән һәм ультрафиолет нурланыштан һаҡлаясаҡ. Өсөнсөһө, һуңғы этап – 2027 йылдың апреленән сентябренә тиклем: тирә-яҡ биләмәһен төҙөкләндереү. Проекттың хаҡы, дөйөм алғанда, 300 миллион һумға баһалана. Артабан һәйкәл реставрацияһыҙ тағы 60 йылдан ашыу тора алыр тип күҙаллана. Әйткәндәй төҙөкләндерелгән һәйкәл тап иң беренсе эшләнгән төҫөндә әйләнеп ҡайтасаҡ. Ул төҫтө кем иҫләй?
Автор фотолары.
bashgazet.ru