Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
29 Сентябрь 2025, 13:40

Республикала Салауат Юлаев кенотафы асылды

Салауат Юлаевтың тыуған ауылы Тәкәй урынындағы «Салауат ере» тарихи-мәҙәни комплексында символик һәйкәл — кенотаф асыу тантанаһы үтте.

Республикала Салауат Юлаев кенотафы асылдыРеспубликала Салауат Юлаев кенотафы асылды
Республикала Салауат Юлаев кенотафы асылды

Салауат районы хакимиәтендә белдереүҙәренсә, сара башҡорт халҡының милли батыры – патриот, яугир һәм шағирҙың вафатына 225 йыл тулыуға арналды.

Тантанаға абруйлы ҡунаҡтар йыйылды, улар Салауат шәхесенең башҡорт халҡы өсөн әһәмиәте хаҡында фекерҙәре менән уртаҡлашты. Ата-бабалар ерендә Салауат ғүмеренең һуңғы йылдарын үткәргән Эстонияның Палдиски ҡалаһынан (элек Рогервик ҡәлғәһе) алынған тупраҡ менән капсула һалынды.

Район мәҙәниәт йорто һәм ижади коллективтар башҡарыусылары ҡунаҡтарҙы йыр-моң, ҡымыҙ һәм бауырһаҡ менән ҡаршы алды. Шулай уҡ «Юлдаш» ансамбле башҡарыуында «Батыр Салауат» йыры яңғыраны.

Әлкә ауылы мәҙәниәт йортонда «Юҡ, мин үлмәнем, башҡорттарым!» тигән түңәрәк өҫтәл үтте.

«Ошо үлемһеҙ фраза менән исемләнгән түңәрәк өҫтәл йәнә бер тапҡыр Салауаттың рухы тере икәнен иҫбатланы, — тип билдәләне сараны ойоштороусылар. — Данлы батыр тураһында иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр».

https://www.bashinform.ru

Республикала Салауат Юлаев кенотафы асылды
Республикала Салауат Юлаев кенотафы асылды
Автор:
Читайте нас