Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
1 Октябрь 2025, 01:11

Өлкәндәр көнө менән!

Алтын көҙҙөң иң матур мәлендә, халыҡ-ара Ололар көнөн билдәләйбеҙ. Өлкәндәр- донъя тотҡаһы, ауылдың йәме, йәштәрҙең терәге һәм тәрбиә үрнәге.Хөрмәтле беҙҙең апайҙар һәм ағайҙар, әбейҙәр һәм бабайҙар, һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, именлек һәм бәхет теләйбеҙ! Тормошоғоҙҙа ҡояшлы һәм шатлыҡлы көндәр күберәк булһын!

Өлкәндәр көнө менән!Өлкәндәр көнө менән!
Өлкәндәр көнө менән!
 
АШЫҠМАСЫ, ҒҮМЕР!
Ҡулдарымды ҡуйып ҡаш өҫтөнә,
Оло юлдан күҙем алмайса.
Балаларҙы көтәм. Аш өлгөртәм.
Алъяпҡысым билдән һалмайса.
Һағынып көтөп алыу, ниндәй бәхет.
Күңел тула наҙға, шатлыҡҡа.
Оҙағыраҡ татыт шул бәхетте.
Ашыҡтырма, ғүмер, ҡартлыҡҡа.
Был ғүмерҙең татлы миҙгелдәре
Ҡасан ғына үтеп киткән һуң?
Бер - берең де һөйгән минуттармы.
Бала һөйгән саҡтар микән ул?
Эш тип көйҙөк, тыуған ҡәҙерен белдек.
Байлыҡ тиеп иҫебеҙ китмәне.
Күңелдәрҙә ҡомар, йәшәү дәрте.
Эй, ғүмеркәй. ашығып үтмәле.
Балаларҙың балаларын һөйөп,
Туймаған бит әле был күңел.
Йәшәгән һайын ҡәҙерлерәк ғүмер.
Йырланаһы йырҙар юҡ түгел.
Бәхет, шатлыҡ татып ҡалғы килә.
Сиге барын уның кем тойған.
Һөйөүҙәрҙән төңөлмәйҙер күңел.
Йәшәүҙәрҙән әле кем туйған.
Р. Ибраһимова.
Өлкәндәр көнө менән!
Өлкәндәр көнө менән!
Автор:
Читайте нас