Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
2 Октябрь 2025, 11:54

Афған шаңдауы мәңге хәтерҙә...

Ветерандар Советы ҡарары менән яугир-интернационалистар Владимир Кузьмин һәм Флүр Ғәзизуллиндың йорттарына иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылды

Афған шаңдауы мәңге хәтерҙә...Афған шаңдауы мәңге хәтерҙә...
Афған шаңдауы мәңге хәтерҙә...

Быйыл Рәсәй йәмәғәтселеге hәм яугир-интернационалистарҙың барлыҡ ветеран ойошмалары Афғанстандағы һуғыш тамамланыуҙың 36-йыллығын  билдәләп үтте. Был һуғыш илебеҙ территорияһында hәм кешеләрҙең яҙмышында тәрән эҙ ҡалдырҙы, — тип һөйләй район яугир-интернационалистар ветерандары Советы рәйесе Вилмир Әхнәф улы Әхмәтйәнов. — Бишбүләк районынан Афған һуғышында 114 кеше ҡатнашты. Уларҙың өсөһө батырҙарса баштарын һалды. Иҫән ҡалғандарға ла ваҡыт рәхимһеҙ: егерменән артыҡ кеше яраларҙан hәм ауырыуҙарҙан баҡыйлыҡҡа күсте инде. Эйе, йәштәре буйынса улар хәҙер барыһы ла олатайҙар. Бөгөнгө көндә районда хәрби комиссариатта запастан алынған 45 афғансы яугир ветеран йәшәй. Бөйөк Еңеүҙең 80-йыллығы һәм МХО-ла ҡатнашыусыларға hәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылында беҙ йәш быуынға хәрби-патриотик тәрбиә биреү, МХО-лағылар өсөн гуманитар ярҙам йыйыу, обелисктарҙы яңыртыу буйынса эште әүҙемләштерергә булдыҡ. Ошо арала Ватанды һаҡлаусылар паркында яугир-афғанлыларға обелиск төҙөү планлаштырыла.

Яугир-нтернационалистарҙың ветерандар ойошмаһы әлеге ваҡытта үҙ аҡсалары иҫәбенә Афғанда һуғышында ҡатнашыусылар йәшәгән йорттарға иҫтәлекле таҡталар ҡуйырға булды. Изге армия иҫтәлеген хөрмәтләүҙе һәм һуғышсан батырлыҡты Афғанстанда иңгә-иң ҡуйып һуғышҡан hәм хәҙер үҙ ғаиләләре менән Ермолкинда hәм Ҡунаҡҡол ауылында йәшәүсе ике полкташтан башларға ҡарар ителде.

— Беҙ Флүр Ғәзизуллин менән хәҙер, туғандар кеүек, беҙҙе армия туғанлаштырҙы, — ти йылмайып hәм Ермолкин ауылында үҙ ҡулдары менән һалынған матур яңы йорт янында миҙалдар менән парад костюмдары кейеп, ошо уңайҙан йыйылған hәр кем менән иҫәнләшеп, һөйләй Владимир Иванович Кузьмин hәм ишек алдына хеҙмәттәштәрен саҡыра. — Беҙ уның менән 1982 йылдың 4 апрелендә Бишбүләк районы хәрби комиссариатынан Совет Армияһына саҡырылдыҡ. Республика пунктынан беҙҙе бер командаға билдәләнеләр һәм башта поезд менән Куйбышевҡа оҙаттылар. Унан һуң, бөтә Советтар Союзынан хәрби эшелонға саҡырылған бер контингентты йыйып, Ашхабад ҡалаһына килтерҙеләр. Бында беҙ йәш һуғышсы курсын үттек hәм 1 майҙа хәрби ант ҡабул иттек. 1982 йылдың 7 майында беҙҙе «вертушкаларҙа» (транспорт вертолеттарында) Афғанстанға күсерҙеләр.

— Шулай итеп беҙ Ҡондоҙ провинцияһында гвардия элемтә батальонының 45951-се хәрби часына эләктек, — ти Флүр Рифҡәт улы Ғәзизуллин да. — Беҙ Владимир менән командир пунктының 40 армия командующийы штабы менән өҙлөкһө бәйләштә тороуҙы тәьмин иттек, армияның ауыр көндәрен кисерҙек. Ә бына «дембель»гә мин бер аҙ иртәрәк, 28 июлдә киттем, ә дуҫым Вовка бер аҙнанан һуң — 2 августа. Артабан күпмелер ваҡыттан һуң тыуған яғыбыҙҙа осраштыҡ. Хәҙер инде районда үткән сараларҙа барлыҡ яугир-интернационалистар, йәшлек йылдарындағы кеүек, бергә. Икебеҙҙең дә үҙ хужалығыбыҙ, ныҡлы ғаиләләребеҙ, икешәр бала бүләк иткән уңған ҡатындарыбыҙ, ғаиләләре менән йәшәүсе бына тигән балаларыбыҙ бар. Икебеҙ ҙә эшһеҙ ҡул ҡаушырып ултырырға яратмайбыҙ, эшләп йөрөйбөҙ.

Афған һуғышында ҡатнашыусыларң өйҙәренә иҫтәлекле таҡталар ҡуйыу буйынса башланған акция киләсәктә лә дауам итәсәк. Ул быуындар бәйләнеше һәм халҡыбыҙҙың данлы үткәненең һуғышсан традицияларын һаҡлау өсөн кәрәк. Һәм беҙ үҙ геройҙарыбыҙҙы оноторға тейеш түгел.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы.

Афған шаңдауы мәңге хәтерҙә...
Афған шаңдауы мәңге хәтерҙә...
Автор:
Читайте нас