

Тыумышы менән Флорида Сабитова Ейәнсура райынының Үтәғол ауылынан. Бала саҡтан хыялланған һөнәрен үҙләштереп, нәҫелдәрендә тәүге педагог була ул.
- Миңә ата-әсәй наҙын татып үҫергә яҙманы, атайымды бөтөнләй хәтерләмәйем, 3-cө класта уҡығанда әсәйем дә вафат булды. Мине әсәйемдең һеңлеһе Вәсбиямал апайым ҡарап үҫтерҙе. Ауыл мәктәбендә 8-се класты тамамлағандан һуң, уҡыуымды Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы гимназия-интернатта дауам иттем, артабан уҡытыусы һөнәрен үҙләштереү ниәте менән Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология бүлегенә уҡырға керҙем. Студент йылдары әле лә күңелдә матур хәтирә булып һаҡлана. Төп уҡыуҙан тыш, төрлө түңәрәктәргә йөрөнөк, кино күрһәтеү серҙәренә төшөндөк, дөйөм медицинаны өйрәнгәндә йыш ҡына хирургия бүлегенә дежур итергә бара торғайныҡ, һуңынан беҙгә хәрби билет бирҙеләр. Электән үк һүрәт төшөрөргә ярата инем, рәссам-биҙәүсе таныҡлығы ла алдым, - тип ул йәшлек йылдарын йылылыҡ менән иҫкә ала.
Флорида Мирза ҡыҙы педагогик хеҙмәт юлын мәктәпте тамамлағандан һуң уҡ башлай. Үҙ районындағы Иҙәш ауылында бер йыл пионервожатый булып эшләй. 1985 йылда йәш белгесте йүнәлтмә буйынса Бишбүләк районына эшкә ебәрәләр һәм бына инде 40 йылдан ашыу Ҡаныҡай мәктәбендә уҡыта. “Йөрәгемде балаларға бирәм” девизын үҙ иткән уҡытыусы күптән инде хеҙмәттәштәре һәм ауылдаштары араһында ихтирам яулаған.
Мәктәп коллективында тәжрибәле педагогтар күп була. Флорида Мирза ҡыҙы ла үҙ эшенә яуаплы ҡарауы, һәр дәрескә ентекле әҙерләнеп килеүе менән улар рәтенә инә. Ваҡыт үтеү менән оло тәжрибә туплана.
- Был белем усағында эшемде башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙан башланым. Коллектив ҙур ине, хеҙмәттәштәрем миңә терәк булды, һәр саҡ ярҙам иттеләр. 2013 йылдан алып немец телен алып барҙым һәм параллель рәүештә уҡыусыларға рус теленән дәрестәр бирҙем. Эшләү дәүерендә уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директорҙың урынбаҫары ла, 22 йыл класс етәксеһе булдым. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалар һаны кәмегәс, 2023 йылда ауылда башланғыс мәктәп кенә ҡалды, - тип тынғыһыҙ хеҙмәт йылдары тураһында һөйләй ул.
Хаҡлы ялда булһа ла, эшләүен дауам иткән Флорида Сабитова бөгөн мәктәпкәсә йәштәге кескәйҙәр менән шөғөлләнә. Балалар беренсе көндән үк уның иғтибарын тоя, ыңғай мөхит һәм уңайлы шарттар булдырылған төркөмгә рәхәтләнеп йөрөй.
– Эшемде яратам, балалар менән эшләү оҡшай, быйыл бына өсөнсө йыл “Йондоҙсоҡтар” мәктәпкәсә белем биреү төркөмөн ҡабул итеп алдым. Өлкән кластар менән эшләү үҙенсә булһа, кескәйҙәр менән икенсе төрлө, ни тиһәң дә, үҙеңде шулар рәтенә ҡуйырға кәрәк: улар менән уйнарға, йырларға кәрәк. Балаларҙың һәләтен асыу, үҫтереү, үҙ-үҙенә ышаныс тәрбиәләү - төп эшебеҙ. Хәреф танырға, һанарға өйрәнәбеҙ, ҡул эштәре (поделкалар) күп эшләйбеҙ, барыһын да алдан уҡ әҙерләп алып киләм, кескәйҙәр араһынан матур итеп буяғандары һәм шиғыр һөйләүселәр бар, һәр ҡайһыһын дәртләндереп торам. Сентябрь айында милли кейем, терроризм менән көрәшеү көндәренә планға ярашлы әңгәмәләр үткәрҙек. Әле бына көҙгө бал, Әсәйҙәр байрамына әҙерләнәбеҙ. Балаларҙа башҡорт халҡының әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә, тарихына ҡыҙыҡһыныу уятырға тырышам. “Урал батыр” конкурсында ҡатнашабыҙ, спорт залына йөрөйбөҙ, кескәйҙәр экскурсияларҙы ла ярата: күл буйына барҙыҡ, ауылдың эшҡыуары Булат Ноғомановтың еләк баҫыуында булдыҡ. Иң мөһиме – балаларҙың һине үҙ итеүе. Әгәр ҙә улар һине ҡабул итмәй икән, тимәк, балалар менән эшләү мөмкин түгел. Һәр балала үҙ хеҙмәтемдең һөҙөмтәһен күрһәм, ата-әсәләрҙең рәхмәтен ишетһәм, был минең өсөн ҙур ҡыуаныс! – ти, юғары категориялы педагог.
Йәш быуынды тәрбиәләүгә индергән өлөшө өсөн Флорида Сабитова мәғариф бүлегенең Маҡтау хаты һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
Дүрт баланың изгелекле әсәһе лә, тормош юлдашы - Рикс Риф улы өсөн хәстәрлекле ҡатын да ул. Урамда йәй буйы үҫкән аллы-гөллө сәскәләр, ҡышҡыһын шау сәскәлә ултырған гөлдәр, уларҙың матурлыҡ яратыуын билдәләй. Шәхси хужалыҡтарында күпләп мал-тыуар аҫрайҙар, ҡош-ҡорт үҫтерәләр. Сабитовтар ата-әсәлек бурысын үтәп, балаларына матур тәрбиә бирергә, һөнәрле итергә тырышҡан.
- Бөгөнгө көндә балаларыбыҙ үҙ аллы тормош менән йәшәйҙәр. Оло ҡыҙыбыҙ Фәнүрә ғаиләһе менән Бәләбәйҙә тора, һөнәре буйынса - уҡытыусы. Рәмилә Октябрьский ҡалаһында архитектор булып эшләй, буш ваҡытында сәйәхәт итергә ярата, төрлө илдәрҙә булды, шулай уҡ Башҡортостан буйлап та йөрөй. Игеҙәк улдарыбыҙ Фәнис менән Рәфис тә Октябрьскийҙа уҡып һөнәр алды. Беҙҙең хәҙер ике ейәнебеҙ, ике ейәнсәребеҙ бар, уларҙың бөтәһе лә беҙҙең өсөн тиң, яҡын һәм һәр береһен өҙөлөп яратабыҙ. Бар ғаиләләр ҙә имен булып, тиҙерәк һуғыштар тамамланып, тыныс тормошта йәшәһәк ине, - тип изге теләктәрен еткерә улар.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА,
Автор фотолары.
.