Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
5 Октябрь 2025, 17:33

Универсал педагог

Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылының абруйлы мәғариф ветераны Ғәлиә Нәбиулла ҡыҙы Ғатауллина 85 йәшен ҡаршылай

Универсал педагогУниверсал педагог
Универсал педагог

  Ғүмер ҡояшы байыған һайын, әлеге лә баяғы,ирекһеҙҙән шул гонаһһыҙ бала саҡҡа әйләнеп ҡайтаһың. Шау-шыулы,ҡыңғыраулы мәктәп йылдары үҙе генә ни тора! Ихлас белем-тәрбиә бирергә ынтылған уҡытыусыларыбыҙҙы нисек инде онотаһың?! Шәхсән үҙемде уҡытмаһалар ҙа, әммә заманында  Шәмсиә апай Хафизова менән Ғәлиә апай Ғатауллинаның беҙҙең йорт яны урамынан һәр көн  белем донъяһына --мәктәпкә ашыҡҡандарын әле лә хәтерләйем. Шөкөр, һуңғыһы бөгөн дә иҫән-һау. Һүҙем ана шул тынғыһыҙ педагогик хеҙмәт ветераны Ғәлиә Нәбиулла ҡыҙы тураһында булыр.                                                                          

Ғәрәсәтле 1941 йыл Ғәлиәнең дә һикәлтәле тормош юлында електәргә үтеп инерлек эҙҙәр ҡалдыра. Уға ни бары 6 ай тулғанда атаһын фронтҡа алалар. Бер аҙ ваҡыттан һуң ҡулы ҡаты яраланып, ауылға ҡайтҡас, йәнә һуғышҡа китә. Ҡыҙғаныс, бер нисә айҙан һуң Ленинград өлкәһе янында барған ҡаты бәрелештә Нәбиулла ағай батырҙарса һәләк була. Аяуһыҙ етемлек әсеһе бәғерҙәрҙе нисек кенә өтһә лә, әсәһе Гөлмөнәүәр апай ҙа, ҡәҙерле “атай” һүҙен әйтергә өлгөрмәгән, уның йөҙөн дә күрә алмаған сабый ҙа ҡаһәрле йылдарҙың ҡот осҡос һынауҙарын үтергә мәжбүр була. Әммә һынмайҙар. Кескәй Ғәлиә әсәһенә эйәреп ындыр табағына йөрөй, шунда иләкте тотошоп булһа ла тора.                                                                                                                                    

Бәләкәйҙән үк  үк стенаға күмер менән ниндәйҙер билдәләр, һүрәттәр һырлаған, өҫтендә һәләмә генә бер ҡат күлдәктән булған Ғәлиә бала саҡтан мәктәп тирәһендә урала. Ауылда булған бер “Әлифба” китабын ҡайҙандыр эләктереп, ҡаса-боҫа белем иленә ынтылырға тырыша ул. Терегөмөш кеүек етеҙ ҡыҙ Ырымбур өлкәһе, Абдуллин яҡтарынан килгән беренсе уҡытыусыһы Хәмдиә Әхмәтова менән дә тиҙ уртаҡ тел таба. Күренекле революционер Мулланур Вахитов исеме менән бәйле бәләкәй Вахит ауылында дүртенсе класта уҡығанда уҡ етеҙ, тырыш Ғәлиә иптәштәре араһында үҙенең маҡсатҡа ынтылыусан булыуын да күрһәтеп өлгөрә. Шулай булмаһа, Хәмдиә апаһы район мәғариф бүлегенә мәжбүри эш менән киткәндә, Ғәлиәне класта яуаплы итеп ҡалдырыр инеме ни?! Юғиһә, исеме есеменә лә тура килеп тора бит әле. Ғәлиә - талантлы, кешенең эске донъяһын аңларға һәләтле аҡыл эйәһе икәнлекте аңлата икән. Быны ул ике туған ағаһы, Советтар Союзы Геройы Хәмит Ғәҙелшин уҡыған, хәҙер  патриот-шағир Фәтих Кәрим исемен йөрөткән Айыт урта мәктәбендә белем алғанда уҡ гел “4”ле һәм “5”леләргә  генә  өлгәшеүе менән иҫбатлай. Уның бында Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Хәтирә Ғиззәтуллина, Башҡортостандың мәғариф отличнигы Рәсимә Шафиҡова, Мәрйәм Арыҫланова, Зәйнәп Едиханова  кеүек талантлы уҡытыусыларҙа белем алыуҙың матур һөҙөмтәләре ул. Һәм ул һөнәрселек-техник училищеһында уҡыған ике туған ағаһы Ғаяз менән ҡалаға юл тота. Тик бына үҙе ни ҡәҙәр максатлы,  донъяға өлкәндәрсә ҡарашы булыуға ҡарамаҫтан, Бәләбәй педагогия училищеһына уҡырға кереп тә, бында 15 көн уҡығас, үҫмер был данлыҡлы уҡыу йортон ташлап китергә мәжбүр була. Сөнки шаҡтай  “нужа ҡаласын кимергән” үҫмерҙең үҫмерҙең йәшәү, көнкүреше бындағы шарт-талаптарға тура килмәй икән. Бындағы  музыканан уҡытыусы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, һуңыраҡ композитор булып танылған Кәррәм Әһлиуллин  Ғәлиәне бында уҡыуын дауам иттереү өсөн күпме өгөтләһә лә, булмай инде. Сөнки ғаиләнән бер  ниндәй матди ярҙам юҡ. Фатирына түләргә, физкультура дәресе өсөн махсус кейем, музыка дәресе өсөн ниндәйҙер инструмент та һатып алырға кәрәк була, хатта гәзиттәргә яҙылырға ла талап итәләр һәм башҡалар.                                                                                       

Уҡырға бик теләге булһа ла, йәш ҡыҙға училищелағы яратҡан ахирәттәре менән моңһоу ғына хушлашырға тура килә. Ғәлиә, тыуған яғына ҡайтып, Наилә апаһы менән колхоз һарыҡтарын ҡарарға тотона. Тау битләүе араһынан сылтырап сыҡҡан шишмәнең һыуҙарын уртлап, хозур тәбиғәткә берсә һоҡланып йөрөп, ғүмер үткәне лә һиҙелмәй ҡала. Өҫтәүенә, халыҡтан һөт йыйып, уны Айытҡа төшөрә, үҙ сиратында, бынан гәзит-журналдарҙы алып ҡайтып, халыҡҡа ла тарата. Шулай итеп, ул үҙенә пальто алырлыҡ аҡса эшләй. Бына бит ниндәй сәмле, зирәк ҡыҙ булып үҫә ул. Ә үҙе ситтән тороп булһа ла, уҡырға кереү теләге менән яна. Шулай бер ваҡыт “Ҡыҙыл таң” гәзитендә Өфөлә мәктәпкәсә педагогия училищеһының ситтән тороп уҡыу бүлегенә уҡыусылар ҡабул итеүҙәре  тураһында белдереү күрә. Һәм, ул унда барып, имтихандарҙы уңышлы тапшыра. Уны 1959 йылда  тамамлағас, район мәғариф бүлеге юлламаһы буйынса йәш белгесте Бишбүләк районының Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылына ебәрәләр. Сәрби, юкә ағастарына күмелеп ултырған балалар  йорто уны ҡоласын йәйеп ҡаршы ала. Бында уға ҡәҙәр  Миңнур Ханнанова, Сәйҙә Әминева, мәктәп директоры вазифаһын башҡарған Рифҡәт Байтимиров та эшләгән  була. Уның тормош иптәше Фәүзиә Байтимирова иһә йәш уҡытыусыға  план төҙөргә лә ярҙам итә. Етмәһә, китаптар ҡытлығы осоро. Тәүҙәрәк ул  17 бала булған башланғыс класта 3 йыл уҡыта, һуңыраҡ, физика, математикаға әүәҫлеге аркаһында Ғәлиә Нәбиулла ҡыҙы ул фәндәрҙән ҙә белем бирә.

Хәтер төпкөлөндә теләһә ниндәй юшҡындарҙы, күңелдәрҙе  иретерлек һүҙҙәр була. Әлбиттә, аңлай белгәндәрҙекендә. Хатта йылдар туҙаны ла уларҙы ҡаплай алмай. Шулай, күп ваҡыт үткәс, элек балалар йортонда тәрбиәләнгән, Силәбелә йәшәүсе, төҙөүсе Николай Сурков һағынышлы хат яҙа:”... Ғәлиә Нәбиевна, Һеҙгә ҙур рәхмәт, белем биргәнегеҙ, йылы ҡарашығыҙҙы, бер ҡасан да татымаған әсәй наҙын бүләк иткәнегеҙ өсөн...” Бындай  хатты уҡығандан һуң изге күңелле уҡытыусы әсә кешенең йөрәге нисек тетрәнмәҫ тә, нисек саф ысыҡ тамсыларылай күҙ йәштәре таммаҫ?!..                                                                                                                                     

Тормош шулай үҙенең мәшәҡәттәре, йәмәғәт эштәре менән дауам итә. Төрлө эштәрҙә актив булған, сибәр, уңған йәш ҡыҙҙы ауыл егеттәре тиҙ шәйләп ала. Ҡыштың ҡояшлы  матур бер көнөндә “Автолавка”ла эшләгән  Мостафа исемле егет туй көнөндә дуҫ егеттәре менән кашовкаға егелгән пар аттарҙа үҙенең йортона Ғәлиәне килен итеп төшөрмәһенме? Бер йыл самаһы йәшәгәс, мөхәббәт емеше булып Әлфиә яҡты донъяға ауаз һала. Мәшәҡәттәр артып торһа ла, маҡсатлы йәш уҡытыусы һаман белемен камиллаштырыу тураһында уйлана. Хатта ҡәйнәһе Ғилемзада абыстай ҙа, ире лә ҡаршы төшмәй. Аҡса яғы таҡыр булһа ла, уныһын-быныһын бынан әтмәләйҙәр.  Бер йәш тә өс айлыҡ сабыйын ҡалдырып, Ғәлиә Ғатауллина (Ғәҙелшина) 1964 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетына ситтән тороп уҡыу бүлегенә юлланырға батырсылыҡ итә. Уға коллегалары Назиә Хәйруллина, Шәмсия Вәлиева ла ҡушыла. Билдәле, студент йылдары, йоҡоһоҙ төндәр, йәмәғәт эштәре үҙе бер яфа инде. Әммә Ғәлиә Ғатауллина үҙенең маҡсатына ирешә. Юғары белемгә эйә булған дипломлы уҡытыусыны  һәм иптәштәрен 1969 йылдың   4  ноябрендә Бишбүләктә йөк машинаһы менән ҡаршылайҙар.                                             

...Билдәле, ниндәйҙер һынауҙар үткән, инде юғары белемле уҡытыусыға ышаныс тагын да арта, хатта рус теле һәм әҙәбиәте профиленә  тура  килмәгән фәндәрҙе лә уҡытырға тура килә. Ә бит һәр дәрескә әҙерләнеп, уға план төҙөп керергә,уҡыусының иғтибарын йәлеп итү өсөн күргәҙмә әсбаптар, йәнле миҫалдар ҙа ҡуллана белергә кирәк. Төрлө ыңғай сағыштырыуҙарҙы, тормоштағы өлгөлө миҫалдарҙы уҡыусының күңел түренә шытымлы орлоҡ кеүек һала алыу ҙа мөһим. Аралағы насарыраҡ өлгәшеүселәргә иһә йәнә бер айырым психологик яҡынлыҡ кәрәк. Улар менән өҫтәмә дәрестәр үткәреү—шулай уҡ мөғәллимәнән сабырлыҡ һорай. Маҡсат—нисек тә бер уҡыусының да күсмәй ҡалмауына юл ҡуймау.                                                                                                                                     

Сер түгел,  уҡытыусының эше өйгә лә эйәреп ҡайта. Ҡосаҡ-ҡосаҡ дәфтәрҙәрҙе тикшереп сығыу өсөн оҙон төндәр һине көтә. Быларҙан тыш, хеҙмәт дәүерендә күпме асыҡ дәрестәр үткәрергә тура килә. Хатта күрше-тирә ауылдары мәктәптәрендә лә. Ә бит уларҙың һәммәһе үҙе бер имтихан, оло һынау. Кластан тыш саралар, түңәрәктәр, ата-әсәләр йыйылышы үткәреү, уҡыусыларыңды пионер, комсомол сафтарына, олимпиадаларға әҙерләү—һәммәһе яуаплы, мәшәҡәтиле эш. Стена гәзиттәре сығарыу, төрлө кисәләрҙә ҡатнашыу, слеттарҙа, туристик походтарҙа булыу, өҫтәүенә, киске мәктәптә уҡытыу бөгөнгөләй уның хәтерендә. Уҡытыусылар етмәү сәбәпле, Ғәлиә  Нәбиулла ҡыҙына хатта физика, математика, немец теленән уҡытырға, директор урынбаҫары булып та эшләргә тура килә. Етмәһә, заманында уҡытыусыға күпме йәмәғәт эштәре йөкмәтелде. Күрше Сулпан ауылында агитатор, мәктәптә профсоюз комитеты рәйесе  бурыстарын да үтәй. Был йәһәттән уға Бишбүләктә, Өфөлә, Ишембайҙа пленумдарҙа, семинарҙарҙа сығыш яһарға тура килә. Пропагандистар мәктәбендә лә ситтән тороп уҡый. Бынан тыш, сәнғәт түңәрәгендә лә ҡатнашырға ваҡыт таба. Иҫке клубыбыҙҙа уның Мостай Кәримдең “Россиянмын” исемле оҙон шиғырын яттан һөйләгәнен һаман  хәтерләйем. Бөгөн дә Ғәлиә Нәбиулла ҡыҙы  миңә Әнғәм Атнабаевтың “Ҡара икмәк”, Һади Таҡташтың “Моҡамай”, шулай уҡ Муса Йәлилдең, Фатих Кәримдең шиғырҙарынан өҙөктәр һөйләп күрһәтте. “Уҡытыусы -методист” исеменә лайыҡ булған педагогтың хәтере шундай булырға тейештер, күрәһең. Ҡасандыр уның менән бер мәктәптә уҡыған, һуңыраҡ бер мәктәптә эшләгән замандашы,  маҡтаулы мәғариф  ветераны Миңнур Рәхмәтулла ҡыҙы Ханнанова  Ғәлиә ханымдың йәштән үк  теремек, сәмле, ифрат белемле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Улай ғына ла түгел, уның элекке уҡыусылары, оло абруй ҡаҙанған Назия Фәттахова, Флүрә Яруллина, Сәмиә Ғимазетдинова, Зилә Әбүзәровалар иһә остаздарының юлын һайланы. Был— үҙе оло ғорурлыҡ! 

Һүҙ уңайынан, Ғәлиә апай ҡыҙыҡ ваҡиғаларҙы ла иҫкә төшөрҙө әле: ”Минән ситтән тороп уҡыусылар ҙа өҙөлмәне, немец, рус телдәренән контроль эштәрен тикшертергә лә киләләр ине. Һөт айыртҡанда иһә, китап уҡырға, хатта дәрескә әҙерләнергә лә тура килә ине”. Һөт тигәндән, Мостафа ағай иҫән саҡта улар 3 һыйыр аҫрағандар. Һөт йыйыусы Фәнил Сәүбанов (мәрхүм инде) бер йорт ихатаһынан ғына һәр көн иртә менән бер феләк һөт алып сыҡҡан. Ул саҡта ук бындай уҡытыусы-хуҗабикәне эшҡыуар тиергә ярағандыр. Өҫтәүенә, башмаҡ, егермеләп һарыҡ, ҡош-ҡорт, кәзә лә аҫрағандар. Бесән осоронда кәбән ҡойғанда, хатта  үҙе уның башында тора. Ҡышҡы осорҙа балаҫ һуғырға, тегеү тегергә, мамыҡ шәл бәйләргә лә ваҡыт таба. Мохтажлыҡ кисереп, эш ҡаҙанында ҡайнап, сәмле булып үҫкән һуғыш осоро балаһы шундый булалыр инде ул. Ә йорт яны баҡсаһында ниндәй генә сәскәләр, емеш-еләк үҫмәй! Төрлө техниника менән тулған ишек алды иһә фермер хужалығын хәтерләтә. Ғәлиә Нәбиулла ҡыҙы 41 йыл тынғыһыҙ педагогик хеҙмәттә ҙур уңыштарга ирешеп, ”РФ мәғариф отличнигы” исеменә, шулай уҡ күп кенә Маҡтау грамоталарына лайыҡ булды. Ғәлиә ханым әсе яҙмышҡа дусар булған кесе улы, бар яҡтан да уңған Зөлфәт менән тулы ҡанлы тормош алып баралар. Белореттағы ҡыҙы Әлфиә хакимиәттә - баш белгес, Илгиз иһә урмансылыҡ тармағында эшләне. Уларҙың һәммәһе ҡапҡа төбөндә һағынып көтөп алған ғәзиз әсәйҙәренең хәлен белеп тора...

Әнүәр Сөләйманов, Ф.Кәрим, Д.Бүләков исемендәге премиялар лауреаты, Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.   

Автор фотоһы.                                                                                                                                                                                                                              

Универсал педагог
Универсал педагог
Автор:
Читайте нас