

Тиҙерәк терелер өсөн дә балан ярҙам итә. Баландағы С витаминының күләме алмаға, тоҙлаған кәбеҫтәгә, хатта цитруслыларга ҡарағанда ла күберәк.
Баланда тағын каротин, К, Р витаминнары, цинк, натрий, марганец, кальций, молибден, кобальт, фосфор, никель, цирконий, титан, калий, магний кеүек микроэлемент һәм минералдар, 13 төрлө аминокислота, эфир майҙары һәм кеше организмы өсөн кәрәкле тағын бихисап файҙалы мәтдәләр бар.
Ҡан яһалышы һәм яңырыуы өсөн бик мөһим булған тимер ҙә мул унда.
Баландың микробтарға ҡаршы тороусан, йәрәхәттәрҙе тиҙ төҙәтеүсән, бәүел һәм үт ҡыуҙырыусы, организмды нығытыу үҙенсәлегенә эйә икәнлеген фән дәлилләй. Шуға ла табиптар ангина, тонзиллит менән сирләгәндә, үпкә ялҡынһынғанда, бронхиттан интеккәндә, йүтәл бетмәй йөҙәткәндә балан сәйе эсергә кәңәш бирә.
Әҙерләү ысулдары
- Балан сәйе һаулыҡты нығыта, тынысландыра. Бер аш ҡалағы баланға 200 мл ҡайнар һыу ҡойоп, 1 сәғәт төнәтергә кирәк. Һөҙөп, көнөнә ике тапҡыр ярты стакан эсергә.
- Балан төнәтмәһе ашҡаҙаны һуты әселеге түбән булғанда гастриттан файҙалы. 1‑2 аш ҡалағы баланды иҙеп, 400 мл ҡайнар һыу ҡойорға һәм 4 сәғәт төнәтергә. Һөҙөп, көн дәуамында эсергә.ҫ
- Баллы балан төнәтмәһе. Һалҡын тейеп баш ауыртҡанда, тауыш бөткәндә, йүтәл ваҡытында бал һәм балан төнәтмәһе тәҡдим итәләр. Ул шулай уҡ гипертония, йөрәк ауырыуҙарын, эс китеүҙе дауалау өсөн дә ҡулланыла. Бер стакан емешкә 1 литр ҡайнар һыу ҡойоп, 8-10 минут ҡайнатырға. Һөҙөп, өс аш ҡалағы бал өҫтәргә. Төнәтмәне көнөнә 3‑4 мәртәбә ярты стакан эсергә кәрәк.
Һәр файҙалы әйберҙең дә кемгәлер зарары булырға мөмкин. Баланды да эс ҡатыу менән интегеүсе, ҡаны бик тиҙ ойоусы, ҡан баҫымы түбән булған һәм йөклө ҡатындарға күп ҡулланырға ярамай.
https://okt-tuganyak.ru