Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
8 Октябрь 2025, 08:56

Көнбағыш уңышы һөйөндөрә

Уҫаҡ-Кисеү ауылынан Ямалетдиновтарҙыңкрәҫтиән (фермер) хужалығында көнбағыш культураһының уртаса уңышы hәр гектарҙан 18 центнер тәшкил итә  

Көнбағыш уңышы һөйөндөрәКөнбағыш уңышы һөйөндөрә
Көнбағыш уңышы һөйөндөрә

Октябрь башында hауа торошо, ниhайәт, республика аграрийҙарын ҡыҙғанды, тиһәң дә була. Көҙгө аяҙ көндәр булып, яуым-төшөмдәр кoтөлмәһә лә, төндәрен тупраҡта ҡаты ҡырауҙар була башланы, был да урып-йыйыу эштәрен иртәнән башлап тотҡарлай. Ләкин был бәлә түгел, ҡырауҙар ғәҙәттә аяҙ һауа торошона була. Был көндәрҙә республиканың барлыҡ аграрийҙары, иген  культураларын уңышлы йыйып алып бөтөргәндән һуң, юғары табышлы төп майлы культураны — орлоҡ өсөн көнбағыш йыйырға керештеләр. БР Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса 2025 йылда был культура республикала 400 мең гектарға яҡын сәселгән. Көнбағыш быйыл да, бер ҡасан да булмағанса, бөтә ерҙә уңған! Бөгөнгө көнгә барлыҡ хужалыҡтар буйынс а ауыл хужалығы етештереүселәре 20 мең тонна май орлоғо һуҡтырғайнылар. Республика ауыл хуgалығы министры Илшат Фазрәхманов әйтеүенсә, «...егерме көн буйына тырышып эшләгәндә, барлыҡ хужалыҡтар ҙа көнбағышты тулыһынса йыйып бөтөрөргә тейеш».

Бишбүләк районында техник культуралар 26045 гектар майҙанда сәселгән, шуларҙың 18800 гектарында орлоҡ өсөн көнбағыш. Уны урып-йыйыуға беҙҙең аграрийҙар 12 сентябрҙән yҡ керештеләр. Бөгөнгө көнгә юғары табышлы һәм яҡшы уңған был культураның 60 проценттан артығы йыйып алынған, был 13000 гектарҙан артыҡ тәшкил итә. Һәм был эш бөгөнгө көндә ике крәҫтиән (фермер) хужалығында — Уҫаҡ-Кисеү ауылынан ирле-ҡатынлы Рим Тәүхетдин улы hәм Эльвира Рауил ҡыҙы Ямалтдиновтарҙа уңышлы  алып барыла.

— Быйыл ҡайһы сорттың үҙебеҙҙең географик hәм климат шарттарына айырыуса яраҡлашыуын асыҡлау өсөн райондың ауыл хужалығы идараһы белгестәре менән үҙ хужалыҡтарыбыҙҙың төрлө баҫыуҙарында көнбағыштың төрлө сорттарын сәстек, — ти ул, инде өлгөрөп еткән көнбағыш кәрзиндәренең йыйыла торған майҙандары ҡайҙа урынлашҡаны тураһында һөйләй һәм күрһәтә, — Эльвира Ямалтдинова, еңел автомобилен борғаланып торған ауылыл юлдары буйлап ышаныслы йөрөтә. — Был «Алай», «Мираж», «Кулундинский» сорттары hәм «Синтез» гибриды. Был техник майлы көнбағыш культураһының дөйөм майҙаны 700 гектар тәшкил итә. Быйыл райондың барлыҡ хужалыҡтарында ла көнбағыш бик уңды. Йыш яуған ямғырҙар hәм минераль ашламалар керетеп, рәт араларын эшкәртеү ярҙам итте. Бына шул аҙнала склад биналары янында урынлашҡан ҙур баҫыуҙы тамамланыҡ, унда hәр гектар бер әйләнеүгә 20шәр центнер бирҙе. Мин ауыл хужалығында беренсе йыл ғына эшләмәйем, әмма ундай уңышны хәтерләмәйем. Әлегe уртаса уңыш гектарынан 18 центнер тәшкил итә.

Ямалетдиновтар ғаиләһенең ике крәҫтиән-фермер хужалығының дөйөм ер майҙаны өс мең гектарҙан аҙ ғына артығыраҡ. Бында баштан уҡ үҫемлекселек тә, малсылыҡта үҫә. Һәм, әлбиттә, ир менән ҡатындың барлыҡ сәсеүлек мeйҙандары уртаҡ тырышлыҡ менән йыйыштыла. Бөртөклө культуралар быйыл һигеҙ йөҙ гектарҙан артыҡ майҙанда сәселгән. Насар hауа шарттарына ҡарамаҫтан, уларҙы бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һәм яҡшы һөҙөмтә менән йыйып алғандар. Иген культураларының уртаса уңышы hәр гектарҙан 25 центнер тәшкил иткән. Был хәл күбеһенсә яйға һалынған мобиль механизаторҙар бригадаһы ярҙамында булған.

– Теләһә ниндәй эштең уңышы яҡшы кадрҙарға бәйле. Беҙҙең эшебеҙ — тәжрибәле hәм универсаль механизаторҙар, улар бер ауыл хужалығы техникаһынан икенсесенә күсеп ултыртып, яҙҙан көҙгә ҡәҙәр сәсеү кампанияһынан алып урып-йыйыуға ҡәҙәр ауыл хужалығы эштәренең тулы циклын башҡара ала, — тип таныштыра Эльвира Рауил ҡыҙы кооперативтың машина-трактор паркы хеҙмәт коллективы менән. — Көнбағышты хәҙер ике комбайн йыя. «Палессе10К-26» үҙйөрөшлө иген йыйыу комбайнында Евгений Кириллов күп йылылҡ механизаторлыҡ станцияһында бик тырышып эшләй. Ул ун йылдан артыҡ  беҙҙең хужалыҡта эшләй. Икенсе «Палессе GS 812» комбайнында тәжрибәле механизатор Фәнил Аҙнабаев бик һәйбәт эшләй. Ҙур ангарға баҫыуҙан ашлыҡ ташыуҙа ике КамАЗ автомобилендә эшләй, Альберт Садиҡов hәм Радик Фәйрушин йыл һайын буш ваҡытында вахтанан буш саҡта ярҙам итә. Шулай уҡ республиканың аграр университетының икенсе курсында ситтән тороп уҡыусы улы Илнур ҙа теләһә ниндәй техникала эшләй ала. Әле көнбағышты Шишмә заводына ебәреү өсөн фураға төйәгәндә МТЗ-82.1 тракторы менән  алыштырғыһыҙ механизатор Фәнзил Сәмиғуллин тиҙ эшләй. Ул алыштырғыһыҙ ярҙамсы, сөнки хужалыҡта иретеп йәбештереүсе лә ул. Көнбағышты таҙартыу заводында тәжрибәле операторҙар — Азат Шәрәфуллин, Илмир Хәбиров hәм Миңнулла Мөхәррәмов эшләйҙәр. Әлегә hауа торошо һәйбәт, беҙ был мобиль бригада менән тиҙ аралап көнбағышты йыйып аласаҡбыҙ. Беҙгә әле суданканы 70 гектар майданда орлыҡҡа йыйып алырға кәрәк буласаҡ.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы.

 

Көнбағыш уңышы һөйөндөрә
Көнбағыш уңышы һөйөндөрә
Автор:
Читайте нас