Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
9 Октябрь 2025, 05:04

Күҙ үткерлеген һаҡлап була

Уның өсөн ниндәй ҡағиҙәләр үтәргә, ниндәй витаминдар эсергә кәрәк? Белгес кәңәшенә күҙ һалайыҡ 

Күҙ үткерлеген һаҡлап булаКүҙ үткерлеген һаҡлап була
Күҙ үткерлеген һаҡлап була

Көн һайын тиҫтәләгән пациент район дауаханаһына күреү һәләтен тикшереү йәки күҙ һаулығы проблемаларын хәл итеү өсөн килә. Бында төп белгестәрҙең береһе-табип-офтальмолог, уның иғтибары һәм профессионализмы кешеләргә күреү һаулығын һаҡларға ярҙам итә. Был бурысты табип-офтальмолог Әхмәҙиева Эльвира һәм офтальмология кабинеты шәфҡәт туташы Елисеева Галина уңышлы үтәй. Табиптар күҙ үткерлеген һаҡлау тураһында кәңәштәре менән уртаҡлаша.

Һуңғы ваҡытта күҙҙәргә ҙур көсөргәнеш төшөүе билдәле. Көндәлек тормошобоҙҙағы ғәҙәткә әүерелгән телевизор ҡарауға башҡа цивилизация яңылыҡтары – һанлы технологиялар ҡушыла. Кешеләр күп ваҡыттарын компьютер, ноутбук, смартфондар артында үткәрә. 

Күҙ күреүенә кире йоғонто яһаған факторҙар бик күп. Шуларҙың береһе – эш урынының насар яҡтыртылыуы. Икенсеһе – алкоголле эсемлектәр ҡулланыу һәм тәмәке тартыу. Спирт күҙҙәге ҡан әйләнешенә кире тәьҫир итә, конъюктивит, тромбоз, катаракта сирҙәренә килтереүе ихтимал. Өсөнсөнән, компьютер, планшет, смартфон артында даими оҙаҡ ултырыу күҙҙәрҙең арыуына һәм ҡоро күҙ синдромына  килтерә. Өлкәндәргә алты сәғәттән дә артыҡ монитор алдында ултырыу тәҡдим ителмәй, ә балалар өс сәғәттән дә ашыу компьютер төбөндә ултырырға тейеш түгел. Монитор ҡул һуҙымындағы арала күҙ кимәленән ун сантиметрға юғарыраҡ торһон. 20 минут һайын тәнәфес эшләргә онотмағыҙ. Мониторға текләп ултырғанда күҙҙәрегеҙҙе йыш-йыш йомғолап алығыҙ.

Иретеп йәбештереү, балта-сүкеш кеүек эш ҡоралдары менән эшләгәндә хәүефһеҙлек техникаһын теүәл үтәү мөһим. Йәрәхәт алмау өсөн һаҡлаусы күҙлек кейеү мотлаҡ. 

Вмтаминдарға килгәндә, А витамины күҙ мөгөҙсәһен нығыта һәм фоторецепторҙар өсөн файҙалы.  Тиамин шулай уҡ күҙ эсе баҫымын кәметә, глаукома үҫешенә ҡаршы тора. В2 йәки рибофлавин матдәләр алмашыныуында ҡатнаша, күҙ рецепторҙары өсөн бик кәрәк. Ул күҙҙәге селтәрле шекәрәне ультрафиолет нурҙарынан һаҡлай. Был витамин етешмәгәндә конъюнктивит барлыҡҡа килеүе һәм күҙҙең яҡтылыҡтан ауыртыуы  ихтимал. В2 һәм А витаминдары ҡан әйләнешен яҡшырта һәм күҙ туҡымаларын туҡландыра. В6 йәки цианокобаламин күҙ нервыларын тергеҙә, күҙ яҫмығына ыңғай тәьҫир итә. С витамины йәки аскорбин кислотаһы ҡан тамырҙарында ҡан әйләнешен яҡшырта, әсеү барышын түбәнәйтә. Е витамины антиоксидант үҙенсәлегенә эйә, лютеин көслө антиоксидант булып тора, күҙ үткерлеген һаҡлай.

 

Күҙ үткерлеген һаҡлап була
Күҙ үткерлеген һаҡлап була
Автор:
Читайте нас