

Башгидромет белгестәре мәғлүмәте буйынса, бөгөн, 10 октябрҙә, яуым-төшөмһөҙ була. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +2, +7 градус тәшкил итәсәк, урыны менән термометр бағанаһы -3 градусҡа тиклем төшәсәк. Көндөҙ һауа +13, +18 градусҡаса йылына.
Шәмбе, 11 октябрҙә, төбәктә яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. Көндөҙ Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +1, +6 градус тәшкил итәсәк, урыны менән -4 градусҡа тиклем һыуыта. Көндөҙ +12, +17, республиканың төньяҡ-көнсығышында +7 градусҡаса һалҡын булыуы көтөлә.
Рәсәй Гидрометеорология үҙәгендә 12 октябрҙә һауа температураһының көндөҙ +9 градусҡаса һәм төндә +1, +3 градусҡаса түбәнәйеүе көтөлә. 12 һәм 13 октябрҙә ямғырлы һауа торошо фаразлана.
Cығанаҡ: bashgazet.ru