

Иң тәжрибәле һыу аҫты һунарсыларының береһе - Наил Аҡһаҡал үҙенең оҫталыҡ кимәлен күрһәтеп, ауырлығы 7 килограмға еткән балыҡ тотто. Шулай уҡ һыу аҫты һунар фестивалендә ҡатнашыусы ғәләмәт ҙур йәйен эләктергән. Команда зачетында беренсе урынды Силәбе өлкәһенән "Победа" командаһы, икенсе урынды Татарстандан Аҡтаныш командаһы яулаған, шулай уҡ бронза миҙалды Татарстан Республикаһынан килгән кешеләр алған.
Фестивалдә махсус хәрби операцияға аҡса йыйыу буйынса хәйриә акцияһы үткән. Бөтә тотолған балыҡ (1 кг - 100 һум) һатылған. Башҡортостандың һыу аҫты спорты Федерацияһы 43 мең һум самаһы аҡса йыйып, МХО-лағыларға ярҙам йөҙөнән тапшырған.
Башинформ.