

Көҙгө моңһоу көндә Туймазы татар дәүләт театры күңелле тамаша сәхнәләштереп, тамашасыларҙың кәйефен күтәрҙе, күңелле ял сәғәттәре бүләк итте.
Спектаклдәге төп ролде беҙҙең яҡташыбыҙ (Бикҡол ауылы ҡыҙы), Башҡортостандың атҡаҙанған актрисаһы Лира Нафиҡ ҡыҙы башҡарҙы. Уға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттем:
- Театр һеҙҙең өсөн нимә ул?
- Театр - минең тормошомдоң айырылғыһыҙ өлөшө. Мин Туймазыла театр асылғандан бирле эшләй башланым һәм театр үҫешенә ҙур өлөш индерә алыуыма шатланам һәм ғорурланам. Бында хеҙмәт юлымды башлағанға октябрь айында 35 йыл тула. Йәшем барһа ла, бөгөн дә үҙем эҙ һалған театрға ҡанатланып барам һәм эшемде яратып башҡарам.
- Һеҙ бик күп ролдәр башҡарғанһығыҙ. Уларҙың ҡайһыһы күңелегеҙгә яҡын?
- Миңә ниндәй генә роль бирһәләр ҙә, ҙурмы- бәләкәйме, мин уның бөтәһен дә бар күңелем менән тойоп, йөрәгем аша уҙғарып уйнаным. Әгәр ҙә, һин уны яратмайһың икән, тамашасыға еткерә алмайһың. Героиняларымдың һәр береһенә күңел йылымды, холҡом үҙенсәлектәрен һалып, тамашасыға еткерәм.