Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
15 Октябрь 2025, 03:43

Беҙ бит ауыл ҡыҙҙары...

Хөрмәтле ауыл ҡатын-ҡыҙҙары! Һеҙҙе 15 октябрь — Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Беҙ бит ауыл ҡыҙҙары...Беҙ бит ауыл ҡыҙҙары...
Беҙ бит ауыл ҡыҙҙары...

Уңған ауыл һылыуҙары бөгөн дә һыйыр һауа, йәшелсә емешен дә үҫтерә, эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнә. Эшкә уңған, өлгөр, ауылдан бер ваҡытта ла ситкә китмәгән, ерегеп үҙ ауылында йәшәүселәрҙе тәбрикләйбеҙ.

Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға, ауылдарыбыҙға йәм һәм йән биреүсе әсәй-өләсәйҙәребеҙгә, апай-һеңлеләребеҙгә, туғандарыбыҙға һәм яҡындарыбыҙға һәм ғөмүмән, барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға арнап яҙған шиғри юлдарҙы бүләк итеп алығыҙ.

Ауылдарҙа донъя көтә ала 
Иң таһыллы ғына ҡатындар.
Ауырлыҡтар төшһә һынмай улар,
Ябай ҡатын түгел - алтындар.

Кемдәргәлер ҡәйнә, апай, һеңле,
Ә килендәр - татыу апһындар.
Ҡайғы - шатлыҡтарҙы уртаҡлашҡан,
Үҙ туғаныңдан да яҡындар.

Шаян еңгәләрҙең телдәрендә
Мәрәкә лә менән тәләкә.
Эс сереңде, һиҙҙермәйсә генә,
Һөйләтеп тә алыр кәрәкһә.

Һары таңдан ҡара кискә тиклем
Иңдәрендә донъя хәстәре.
Тауыҡ сүпләһә ла бөтмәйҙер ул,
Бер-бер артлы көтә  эштәре.

Һандуғастар хатта көнләшерлек,
Ауыл ҡатындары теленә.
Онотолоп барған ерле һөйләш
Барса нескәлектә беленә.

Кешеләрҙең оло рәхмәттәре,
Аш-һыуына уның ҡағыла.
Ризығының тәмен татығандар,
Сәләм ебәрәләр тағы ла.

Ауыл ҡатындары ябай түгел,
Йыр-моңға ла әүәҫ-маһирҙар.
Һөйөп үҫтергән  улан-ҡыҙҙары -
Һылыу Зөһрә, батыр Таһирҙар.

Халыҡ йолаларын һаҡлаусылар,
Уңғанбикә, оҫтабикәләр.
Ауыл ҡатындары -аҡыллылар,
Тормошоңдо йәннәт итәләр.

Ҡаш-керпеккә һөрмә тартылмаған,
Буяу күрмәһә лә ирендәр,
Күңелегеҙ һәр саҡ матур ҡалһын,
Йүнсел ҡәйнә,сабыр килендәр!
Айһылыу Хәсәнова

Беҙ бит ауыл ҡыҙҙары...
Беҙ бит ауыл ҡыҙҙары...
Автор:
Читайте нас