

Ольга Андреевна Белорет медицина училищеһын тамамлай һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында санитар эшелонда шәфҡәт туташы булып хеҙмәт итә. Маҡтаулы хеҙмәте һәм эшенә тоғролоғо өсөн ул күп кенә дәүләт наградалары менән бүләкләнә.
Ольга Андреевнаның яҙмышы еңелдән булмай. 1941 йылда, туйҙан һуң, ире фронтҡа китә. Ҡатын унан ни бары өс хат ала, ә һуңынан ул хәбәрһеҙ юғала. Һуғыштан һуң Ольга Андреевна ғүмерен медицинаға бағышлай ҡырҡ йылдан ашыу ул инфекция дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй. Оҙон ғүмерле ҡатындың тормош тарихын Белорет районы башлығы Азат Хәкимов һөйләне.
Сығанаҡ:"Башинформ".