

Уҡыу календарына ярашлы, 1-11 класс уҡыусылары өсөн көҙгө каникулдар 2025 йылдың 25 октябренән 2 ноябренә тиклем үтәсәк, – тип хәбәр итте Башҡортостандың мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин.
Әммә каникулдан һуң, 4 ноябрҙә, беҙҙе ял көнө – Халыҡтар берҙәмлеге көнө көтә, шуға күрә уҡыусыларҙың 25 октябрҙән 4 ноябргә тиклем туғыҙ көн рәттән ял итеү мөмкинлеге буласаҡ. Шулай итеп, балалар парта артына 5 ноябрҙә генә ҡайта.
Министр шулай уҡ ата-әсәләргә каникул осоронда балаларҙың именлеге хаҡында хәстәрлек күреүҙе һорап мөрәжәғәт итте.
Башҡортостандың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов та уның менән килешә. Ул 23 октябрҙә бөтә республика биләмәһендә «Иғтибар: балалар!» социаль акцияһының сираттағы этабы башланыуы хаҡында хәбәр итте.
Акцияның маҡсаты – өлкәндәргә һәм балаларға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәүҙең мөһимлеген иҫкә төшөрөү, уҡыусылар араһында юлда йөрөү грамоталылығы кимәлен күтәреү һәм йәш йәйәүлеләрҙең һәм транспорт саралары пассажирҙарының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү.
Владимир Севастьянов билдәләүенсә, 2025 йылдың 9 айы йомғаҡтары буйынса республикала 16 йәшкә тиклемге балалар ҡатнашлығында 320 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 14 бала һәләк булған һәм 342-һе йәрәхәтләнгән.
Иҫкәртеү саралары 14 ноябрҙә тамамлана.
Фото: Владимир Севастьяновтың Telegram-каналы