

Бишбүләктә егеттәрҙе хәрби хеҙмәткә оҙатыуға арналған традицион Призывниктар көнө үтте. Йәштәр һәләк булған геройҙарҙы хөрмәтләп, Ватанды һаҡлаусылар паркындағы һәм Еңеү паркындағы һәйкәлгә сәскәләр һалды.
Төп сара район мәҙәниәт һарайында үтте, унда хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы егеттәрҙең туғандары, яҡындары, дуҫтары, мәктәп уҡытыусылары һәм уҡыусылары, йәмәғәтселәр йыйылды. Буласаҡ һалдаттарға өгөт-нәсихәт һүҙҙәре менән район хакимиәте башлығы урынбаҫары Алексей Данилов, хәрби комиссар Салауат Абдуллин, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Илдар Вәлиев мөрәжәғәт итте. Улар үҙҙәренең сығыштарында егеттәрҙе хәрби хеҙмәттәрен намыҫлы һәм яуаплы үтәргә, Рәсәйҙең хәрби традицияларын лайыҡлы дауам итергә саҡырҙы.
https://vk.com/officialbiz