Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
23 Октябрь 2025, 06:43

Юл участогын ремонтлау тамамлана

Республика юл төҙөүселәре федераль программалары сиктәрендә Ырымбур өлкәһе сиге  — Бишбүләк — Айыт автомобиль юлына капиталь ремонт эшләй

Юл участогын ремонтлау тамамланаЮл участогын ремонтлау тамамлана
Юл участогын ремонтлау тамамлана

Бишбүләк — Ырымбур асфальт юлы буйлап уҙыусы машина йөрөтөүселәр район үҙәгенән сығып барғанда, уңайлы hәм тигеҙ асфальт юлға килеп сыға. Автомобилдең теләһә ҡайһы хәрәкәте шунда уҡ был яңылыҡты һиҙә һәм башҡаса эшләй башлай, әйтерһең еңеллек менән hәм бер аҙ көйлөрәк. Бында, сентябрҙән башлап, ике ҡат яңы асфальт һалып, юлсылар бригадалары сифатлы, намыҫлы hәм бик тырышып эшләне.

— Асфальт йәйә башлағансы, Башҡортостан Республикаһы Юл хужалығы идараһыюлсыларына шаҡтай тырышырға тура килде, сөнки иҫке юл өҫтөн алдан тигеҙләү өсөн иҫке асфальт түшәлгән ҡаттың 70 проценттан артығын алырға тура килде, дөйөм оҙонлоғо 5,8 километрҙан артыҡ, — ти бригадаларҙың юл мастеры Юрий Тимофеев. — Дөйөм алғанда, был участокта бер yк ваҡытта егерме биштән артыҡ кеше: юл белгестәре, мастерҙар, юл бригадалары, юл-төҙөлөш техникаһының машина йөрөтөүселәре һәм машинистары тырышып эшләне. Барлыҡ юл-төҙөлөш техникаһы яңы, ләкин инде тикшерелгән, ә бына юлсылар бригадалары үҙҙәре Өфө һм Бәләбәй ҡалалаһынан, шулай уҡ Серафимовский поселогынан тупланған. Бында hәр кем үҙ эшен намыҫ менән башкарҙы. Мәҫәлән, ваҡ ташты бер туҡтауһыҙ Силәбе өлкәһенән өс тиҫтә ҙур йөк машиналары (утыҙ тоннаға ҡәҙәр) сит ил самосвалдары ташыны. Серафимовка асфальтбетон заводынан 12 — 16 автомобиль яҡшы сифатлы асфальт алып килде. Ике ҡат асфальт һалып, беҙ 5800 метр оҙонлоҡтағы юлды төҙөп бөттөк тиерлек. Юлдан төшөү урындарын ремонтлап бөтәһе ҡалды. Хәҙерге ваҡытта юл ҡырыйына ҡом-гравий ҡатнашмаһы һалабыҙ hәм нығытабыҙ. Ошо көндәрҙә юл билдәләре ҡуйыласаҡ.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы.

Юл участогын ремонтлау тамамлана
Юл участогын ремонтлау тамамлана
Автор:
Читайте нас