Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
24 Октябрь 2025, 04:26

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары тәбрикләнде

Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы дәүләт эшмәкәренең йорт-музейында – республика Милли музейы филиалында үтте.

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары тәбрикләндеШәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары тәбрикләнде
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары тәбрикләнде

"Күперҙәр" ижтимағи-сәйәси проекты өсөн "Юлдаш" радиоһы журналистары Гүзәл Зарипова, Гүзәл Ситдиҡова һәм Илнар Әхмәтгәрәев ошо маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Уларҙың тапшырыуы республикабыҙҙа йәшәгән төрлө милләт вәкилдәре араһындағы дуҫлыҡты нығытыуға тос өлөш индерә.

Шулай уҡ "На земле Салавата" газетаһының баш мөхәррир урынбаҫары Шамил Әхмәтшин Салауат районының тарихын һәм мәҙәниәтен данлаған, унда тыуып үҫкән арҙаҡлы шәхестәр яҙмышын бәйән иткән мәҡәләләре өсөн юғары награда менән бүләкләнде.

"Йәшлек" гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков үҙенең "Өфө - Донбасс араһы - бараһы ла бараһы" юлъяҙмаларында Донбасстағы хәл-ваҡиғаларҙы яҡтыртҡаны, гуманитар ярҙам менән барыусыларҙың тормошон сағылдырғаны өсөн юғары наградаға лайыҡ булды!

Тағы ла шуныһы шатлыҡлы: Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарары менән премияның аҡсалата бүләкләү күләме биш тапҡырға — 100 000 һумдан 500 000 һумға тиклем арттырылды!

https://vk.com/telekanal_salyam

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары тәбрикләнде
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары тәбрикләнде
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары тәбрикләнде
Автор:
Читайте нас