+30 °С
Болотло


Ошо мәктәпте тамамлаусы, әлеге мәлдә махсус хәрби операция зонаһынан ҡыҫҡа сроклы ялға ҡайтыусы яугир менән бик ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле осрашыу үтте. Балалар яҡташыбыҙҙың фронт көндәре тураһында һөйләгәндәрен иғтибар менән тыңланы, шулай уҡ үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе. Һалдат балаларға хәрбиҙәребеҙгә ебәргән сәләм-хаттары өсөн рәхмәт белдерҙе. Бындай хаттар тыуған ил тураһында иҫкә төшөрә, йәнде йылыта. тип белдерҙе ул. Уҡыусылар һалдатҡа рәхмәт белдерҙе һәм тиҙ арала Еңеү менән ҡайтыуҙарын теләне.