Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
27 Октябрь 2025, 05:03

Мутлашыусылар ҡорбандары арта

Иң ҙур юғалтыу — Бишбүләк районынан 67 йәшлек пенсионерҙа. Хаҡлы ялдағы ханым, дәүләт түләүҙәрен туҡтатыу ҡурҡынысынан ҡурҡып, мутлашыусыларға дүрт миллионға яҡын аҡса күсерә.

Мутлашыусылар ҡорбандары артаМутлашыусылар ҡорбандары арта
Мутлашыусылар ҡорбандары арта

Бер тәүлектә республика халҡы биш миллион һум юғалтҡан. Алданғандарҙың өсәүһе тупланмаларҙы булмаған енәйәтселәрҙән һаҡлау тураһындағы уйҙырмаға ышана. 

Халыҡты алдау осрағы айырым эпизодтар сигенән сыға. Роскомнадзорҙан, Энергия һатыуҙан йәки Үҙәк банкынан тип шылтыраталар. Тауыш ышаныслы, интонациялар рәсми. Сценарий үҙгәрә, әммә финал бер - аҡса  «хәүефһеҙ иҫәп-хисаптарға" китә. 

Ағымдағы йылдың ғинуарынан алып төбәк халҡы мутлашыусыларға 2,5 миллиард һумдан ашыу аҡса ебәргән. 112-се ҡыҙыу линияға ғына 2500-ҙән ашыу мөрәжәғәт килгән. Республика финанс аферисттары арҡаһында халыҡтың борсолоу кимәле буйынса Рәсәйҙә етенсе урынды биләй - был «Национального индекса тревожностей россиян» биргән мәғлүмәт.

Енәйәтселәр тактиканы ҡатмарлаштыра. Күптән түгел яңы банк һалымы тураһында ялған хаттар һәм «Дәүләт хеҙмәттәре» (Госуслуги) аккаунттарын ватып инеү аша күпләп һөжүм итеү схемаһы барлыҡҡа килде. Белорет районында йәшәүсе ҡатын бер нисә ай буйына аҡса күсерә, һаҡлыҡ аҡсаларын хакерҙарҙан ҡотҡара тип уйлай.

Нефтекамала 50 йәшлек ҡыҙ пенсия фонды, Роспотребнадзор, Үҙәк Банк һәм ФСБ вәкилдәренән шылтыратыуҙар сылбырынан һуң 630 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.

bv02.info

Мутлашыусылар ҡорбандары арта
Мутлашыусылар ҡорбандары арта
Автор:
Читайте нас