

Бәләбәйҙә “Новаторҙар бульвары” йәмәғәт киңлегенең беренсе этабын тамамлайҙар. Эштәр Рәсәй Президенты указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) бурыстарын бойомға ашырыуға ярашлы бара. Был хаҡта Бәләбәй районы хакимиәтенән хәбәр иттеләр.
Бульвар биләмәһендә фонтанды монтажлауҙы һәм тротуар плитәһен һалыуҙы тамамлайҙар. Эскәмйәләр һәм урналар ҡуйылған. Белгестәр декоратив яңылыҡты монтажлайҙар. Планда – гобо-проекторҙарҙы һәм “Ер кендеге” арт-проектын ҡуйыу. Ул бульварға килеүселәрҙең иғтибарын йәлеп итәсәк. Шулай уҡ биләмәгә ағастар, ҡыуаҡтар һәм сәскләр ултыртасаҡтар.
Сығанаҡ, фото: Бәләбәй районы хакимиәте.