Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
30 Октябрь 2025, 16:01

Намыҫ менән йәшәгән йылдарын иҫкә ала

Сухоречка авуылынан Иҙрис Хәйҙәр улы Зиннәтуллин үҙенең 90 йәшлек юбилейын билдәләп үтeргә йыйына

Намыҫ  менән йәшәгән йылдарын иҫкә алаНамыҫ  менән йәшәгән йылдарын иҫкә ала
Намыҫ менән йәшәгән йылдарын иҫкә ала

90 йәшкә ҡәҙәр йәшәгән кешеләрҙе оҙаҡ йәшәүселәр, тип атау ҡабул ителгән. Ил халҡының әлеге уртаса ғүмер оҙонлоғон ошо йәштәге кеше менән сағыштырып, бындай күренештең әлегә бик һирәк осраҡ булыуын, бары тик кешенең һаулығы яҡшы булыуын йәиһә нәҫелдән килеүе тураһында әйтергә булалыр. Туғыҙ тиҫтә йылдар эсендә ул үҙ туғандары hәм яҡындары тураһында даими ҡайғыртып, шулай уҡ тыуған ерендә намыҫлы хеҙмәт итеп йәшәгән.

— Мин туҡһан йыл элек, әүәлгесә әйткәндә, календарҙың данлы ҡыҙыл көнөндә — 7-се ноябрҙә, ул ваҡытта әле Йрмәкәй районы Иҫәкәй ауылында ябай колхозсыларҙың күп балалы ғаиләһендә тыуғанмын, — тип иҫкә ала аҡһаҡал Иҙрис Хәйҙәр улы. — Беҙ ғаиләлә алты бала инек: дүрт ҡыҙ, ике малай. Бала саҡ хәирeләремдең иң яҡты иҫтәлектәре биш йәшемдән башлана, мин атайым менән тоҡтарға иген төйәгән арбаға ултырып, Абдуллин ҡалаһындағы элеваторға барҙым. Ғүмеремдә тәүге тапҡыр ҡалала булдым hәм күргәндәремә бик ныҡ ғәжәпләндем. Бында барлыҡ йорттарҙың түбәләре һалам менән түгел, ә тимер менән ябылған, заводтың төтөнлө ҙур мөрйәләре, тимер юлдағы вагондар тағылған төтөн сығарып барған паровоздарҙан ҡарашымды айырып ала алманым, барлыҡ өйҙәрҙең ҡоймалары, беҙҙең ауылдағы шикелле таштан түгел, ә штакетниктан ине...

«Һуғыш осоры балалары» категорияһына тиңләштерелгән барлык өлкән йәштәге кешеләр кеүек үк, Иҙрис Хәйҙәр улы өсөн иң иҫтә ҡалған бала саҡ ауыр һуғыш йылдары булған. Бар халыҡ ҡәһәрләгән «һуғыш» һүҙе ауыл малайы күңъелендә 1941 йылдың декабрендә иртән колхоз арбаһына ултырып, атаһын хәрби комиссариатҡа оҙатыу менән хәтерендә уйылып ҡалған. Ул үҙенең әсәһен, барлыҡ балаларын ҡосаҡлап үпкәне хәтерендә һаҡланып ҡалған. Был көндә Исаҡай ауылынан өс ир-ат һуғышҡа киткән. Ауылдаштары уларҙы бар ауыл менән оҙатып, ауыл ситенә ҡәҙәр барған. СП 283-се уҡсылар дивизияһы 856-сы уҡсылар полкы рядовойы Зиннәтуллин Иҙрис Хәйҙәр улы 1943 йылдың 20-се июлендә Курск дуғаһындағы ҡаты һуғыштарҙа батырҙарса hәләк була. Орел өлкәһенең Тельчинск районы Апалькин ауылында ерлeнә. Бынан һигеҙ йыл элек уның балалары hәм ейәндәре туғандар ҡәберлегенә барып, бабаларының иҫтәлеген хөрмәтләгән.

— 1942 йылда мин ауылдағы башланғыс м әктәпкә беренсе класҡа уҡырға керҙем, унда бер бүлмәлә бер юлы ике төрлө класс уҡый ине, — тип дауам итә   Иҙрис Хәйҙәр улы. — Уҡыу миңа бик еңел бирелде, сөнки өйҙә апайҙарым ярҙам итте. Дүртенсе класта беҙҙе  хәрби эшкә өйрәттеләр инде. Беҙ үҙебеҙ ағастан ҡул гранаталары, автоматтар, сапер көрәктәре яһаныҡ. Әсәйем менән апайҙарым иртәнән кискә ҡәҙәр колхозда эшләне. Ләкин мин үҙебеҙҙең ас торғаныбыҙҙы хәтерләмәйем. Киреһенсә, фронт өсөн сохари, бәрәңге киптерҙек. Ҡатын-ҡыҙҙар кистәрен бейәләй, бирсәткә бәйләү буйынса задание үтәне, һалдататр өсөн посылкалар әҙерләне.

1944 йылда беҙҙең класс баҫыуға утауға сыҡты. Дүртенсе кластан башлап миңә колхозда меринос тәкә көтөүен ышанып тапшырҙылар. Улар бер-береһе менән ҡанға батҡансы һөҙөшәләр ине. Мин, ҡаса-боҫп ғына, уларҙың мөгөҙҙәренән эләктереп ала инем hәм, ҡояш ҡыҙҙырған саҡта себендәрҙән ҡортламаһын тип, шул яраларғ дегет һылай инем. Дүртенсе кластна һуң ике йыл уҡырға тура килмәне, сөнки ете йыллыҡ мәктәп күрше Йәрмәкәй районында һигеҙ саҡырмда ине. Ул ваҡытта унда яҡшы юл юҡ ине. Мин ҡабат 5-се класҡа уҡырға сабата кейеп киттем. Шулай итеп, 1952 йылда ете йыллыҡ мәктәпте яҡшы тамамланым. Әсәйем һәм апайҙарым бик шатланды. Артабан уҡырға теләнем. Әммә яҡында ғына мәктәп юҡ ине, шул ваҡыт минең бәхеткә, Приютта урта мәктәп асылды. Мин унда башҡа уҡыусылар менән кирза итек кейеп уҡырға йөрөй башланым. Уҡыуҙы бары тик мин генә тамамлай алдым, сөнки башҡаларҙы насар уҡыуҙары өсөн мәктәптән сығарҙылар.

1955 йылда егерме йәшлек Исаҡай егетен өс йылға Совет Армияһына алалар. Ул Украина ССР-ның Хмельницкий өлкәһенә хеҙмәт итергә эләгә.   Ул хeрби аэродромда узган. Присяга ҡабул итеп, алты ай юғары hөнәри белем алғандан һуң, рядовой Зиннәтуллин Ил-28 хәрби бомбардировщик самолеттарының бомба ташлаусыларына хеҙмәт күрһәтә башлай. Хәҙер күп йылдар уҙғас, ҡасандыр союздаш республика территорияһында өс йылдан артыҡ Украина милләтселeренә ҡаршы махсус операция уҙғарылукына бик үкенeс, ә ул ваҡытта уртаҡ армияһы, тарихы, традициялары hәм туғандаш халҡы булған бик дуҫ hәм ҡунаҡсыл республика ине.

— Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, тыуған колхозыма ҡайттым hәм төрлө эштәрҙә эшләнем, — ти ул. — Мин ауылда урта белемле берҙән-бер кеше инем. Апайҙарым миңә артабан уҡырға ҡушты һәм мин Бәләбәй ауыл хужалығын электрлаштырыу hәм механикалаштырыу техникумына уҡырға керҙем. Шулай уҡып, ҡулға диплом алдым. 1960 йылдан безҙҙең яҡын-тирәнең юарлыҡ ер майҙандары «Ҡушйылға» совхозы составына керә ине. Ул саҡта уның директоры булып энергиялы етәксе Александр Сергеевич Николаев эшләне. Ул мине совхоздың Яңы Биктәш ауылындағы икенсе бүлексәһенә механик итеп билдәләне. Яңы урында hәм минең өсөн яңы вазыйфала эшләүҙең беренсе көнө бик яҡшы иҫтә ҡалды. Мин бында, әлбиттә, бер кемде лә белмәй инем. Бындағы  механизаторҙар минең кандидатураға ышанмайынса ҡараны. Мин ҡабул итеү актына ҡул ҡуйҙым, техниканы ремонтлау өсөн нимә кәрәклеген белдем һәм эшләй торған тракторҙарға наряд яҙып бирҙем. Ремонт oчен кәрәкле запас частәр исемлеген әҙерләргә ултырҙым, ә унан һуң Михайловкаға баш инженер Борис Тихонович Васильев янына киттем. Әле мин уны үҙемдең үтенестәрем, иҫәп-хисапларым менән күндерә алдыммы, әлe яңы ғына эшләй башлаған йәш белгесте ҡыҙғандымы, мин трактор паркына бер арба кәрәкле әйбер алып ҡайттым.  Шулай итеп мин тракторсылар араһында абруй яуланым. Шулай итеп мин яңы коллективҡа ҡушылдым. Коллектив хеҙмәт һөҙөмтәләре һәм күрһәткестәре оҙаҡ көттөрмәне: беҙ әкренләп үҙ бүлексәбеҙҙә алдынғылар рәтенә керҙек.

Нрамоталы механикты совхоз етәселәре тиҙ күреп ала. Коллективтағы яҡшы мөнәсәбәт, төрлө таблицалар, ҡулланмалар hәм техник әҙәбиәт буйынса уҡыуҙарын ойоштороу, двигателдәрҙе, төрлө механизмдарҙы нисек ремонтларға кәрәклеге өсөн уны бер ҡасан да тәнҡитләмәйҙәр. 1963 йылда урып-йыйыу эштәре ваҡытында совхоз дирекцияһы Иҙрис Зиннәтуллинды эш сифатын күтәреү өсөн Мораҙым бүлексәһенә күсерергә ҡарар итәләр. Тағын һөҙөмтәләр — күҙ алдында hәм оҙаҡ көтөргә тура килмәй: механизаторҙар коллективы совхозда иң яҡшыһы була. Бында теләһә ҡайһы хеҙмәткәр эштәге етешһеҙлектәр тураһында әйтә лә, булған проблемаларҙы хәл итеү юлдарны тәҡдим итә лә, фекер алыша ла алған. 

Безнеn герой ҙа һигеҙ йыл совхоздың беренсе бүлексәһендә механик булып эшләй. Намыҫлы хеҙмәте hәм яҡшы күрһәткестәре өсөн партия райкомы уны В.И. Лениндың 100-йыллығы уңайынан миҙал, ә артабан Почет Билдәһе ордены менән бүләйләй.

— 1971йылда районда иң эре «Ҡушйылға»  совхозы бүленеп, беҙ яңы «Сухоречка» совхозында йәшәй  һәм эшләй башланыҡ, — тип һөйләй Иҙрис Хәйҙәр улы, исемдәргә һәм даталарға үҙенең иҫ киткес хәтере менән ғәжәпләндереп. — Бында инде «Сухоречка» совхозының Исаҡай бүлексәһе төҙөлә, hәм мине управляющий итеп билдәләнеләр. Ҡағыҙҙа ғына матур. Ә бына һарыҡсылыҡ тармағын үҫтереү, механизаторҙар коллективы өсөн машина-трактор оҫтаханаһы һәм башҡа хеҙмәткәрҙәр өсөн етештереү биналары hәм ҡоролмалары юҡ ине. Шулай булғас, яңы бүлексәне буш урында тиерлек төҙөргә тура килде. Мин башта бура таптым, hәм тиҙҙән уға төҙөүселәр төкәтмә өҫтәне. Шулай итеп, беҙҙең бүлексәлә беренсе склад бинаһы барлыҡҡа килде. Шунан һуң инде бөтә совхозда төҙөлөш  эштәре ҡайнай башланы: биналар, ҡоролмалар, складтар барлыҡҡа килде, уларға электр сыбыҡтары hәм линиялары һуҙылды h.б. Был бөтә ил буйынса, республикала hәм Бишбүләк районында ғәжәйеп ҙур ҡаҙаныштар осоро булды. Һәм, әлбиттe, беҙҙең совхозда! Мәҫәлән, 1975 йылда  Исаҡай бүлексәһе барлыҡ күрһәткестәр буйынса беренсе урынды биләй. Ә бит вымпел hәм ҡыҙыл байраҡ өсөн мораҙымлылар менән ҡыҙыу хеҙмәт бәхәсе, етди көрәш барҙы. Иаҡайҙарҙың һәр гектарҙан 35-40 центнер уңыш йыйыш алыуҙарына бер кем дe ышанманы. Тикшереү артынан тикшереү килде, ләкин беҙ үҙебеҙҙең хаҡлы икәнебеҙҙе иҫбатлай алдыҡ. Биш йыллыҡ  йомғаҡтары буйынса ла беҙҙең бүлексәнең күп кенә хеҙмәткәрҙәре тырыш эшлeре oчен югары бyлeклeргe лаек булдылар. Бишбyлeк районы КПСС комитеты ул вакытта мине Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы ордены менән бүләкләне. Оҙаҡламай ерле партячейка, партия райкомы хуплауы менән, сираттан тыш йыйылышта мине совхоздың азат ителгән партия секретары итеп һайланы. Был вазифала мин ун өс йыл  эшләнем. Шуға күрә Бишбүләк районы КПСС комитетының беренсе секретаре Адольф Андреевич Мурманский, Кузьма Федотович Иванов, Әнәс Сәйет улы Әхмәтов hәм райондың башҡа рәсми заттары менән бик яҡшы hәм хатта яҡынан таныш инем. Утыҙ йыл элек мин хаҡы ялға сыҡтым. Һәм үткән йылдарым өсөн һис тә үкенмәйем. Мин уны лайыҡлы hәм намыҫлы үтергә тырыштым. Тормошты ҡабат йәшәү мөмкинлеге булһа, мин, бер ҙә уйлап тормайынса, барыһын да өр-яңынан, йәмғиәт өсөн ҙурыраҡ файҙа менән үтeргә риза булыр инем.

Һөйләшеү аҙағында Иҙрис Хәйҙәр улы үҙенең ғаиләһе, туғандары, яҡындары тураһында ҡысҡаса ғына һөйләне. 1962 йылда ул, бик яратып, Исаҡайҙан ауылдашы — Флүрә исемле сибәр hәм бик тыйнаҡ ҡыҙға өйләнә. 63 йыл мөхәббәт hәм татыулыҡта йәшәгән Иҙрис Хәйҙәр улы Флүрә Ғәйнислам ҡыҙы өсө ҡыҙ үҫтереп, барыһына ла юғары белем бирәләр. Улар илебеҙҙең төрлө ҡалаларында айырым йәшәй. Ҡыҙҙар үҙ сиратында ата-әсәләренә биш ейән бүләк иткән. Ире, атайҙары һәм олатайҙары  Иҙрис Зиннәтуллиндың 90 йәшлек юбилейына улар, hис шикһеҙ, ҙур hәм яҡты атай йортонда бергә йыйылып, ғаилә байрамын данлы итеп билдәләп үтәсәктәр.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы.

Намыҫ  менән йәшәгән йылдарын иҫкә ала
Намыҫ менән йәшәгән йылдарын иҫкә ала
Автор:
Читайте нас