

- Ошо минуттарҙа Рәсәйҙе яҡлаусы батырҙарыбыҙҙы күтәрергә, тағы берҙәмлегебеҙҙе иҫбат итергә йыйылдыҡ. Бөгөн Башҡортостан халыҡтары, йөҙҙәрсә йыл элек ата-бабаларыбыҙ кеүек үк, Ватанды йәнә иңгә-иң терәшеп һаҡлай. Тарих илебеҙ халҡын һынау сәғәтендә тағы ла нығыраҡ берләшеүен иҫбатлай. Һәм ниндәй генә ҡурҡыныс булып күренмәһен, һәр дошманды еңеп сыға. Шулай булды, шулай бар һәм шулай буласаҡ, - тине Радий Фәрит улы.
Ул хәҙерге заман шарттарында республиканың һәйбәт үҫешен дә билдәләне. - Башҡортостан ышаныслы алға бара. Сәнәғәт үҫә, ҙур инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла. Кешеләрҙең социаль хәле яҡшыра. Беҙ Ватандың оборона ҡалҡанын нығытыуға ҙур өлөш индерәбеҙ, - тине төбәк етәксеһе. Башҡортостан Башлығы хеҙмәт коллективтарына рәхмәтен белдерҙе, республика халҡының махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү буйынса эшмәкәрлеген юғары баһаланы.
Радий Хәбиров сығышы аҙағында дәүләт наградалары ла тапшырҙы. Унан байрам тантанаһын республикабыҙҙың ижади коллективтары дауам итте, улар төрлө телдә сығыш яһап, милләтебеҙ берҙәмлеген күрһәтте.
ye102.ru