Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
2 Ноябрь 2025, 06:33

Ноябрь айына һынамыштар

Тәбиғәтте күҙәтеү — быуын-быуындан килгән ғәҙәт, сөнки бик боронғо замандарҙан алып кешенең тормошо тәбиғәт күренештәренә бәйле булған.

Ноябрь айына һынамыштарНоябрь айына һынамыштар
Ноябрь айына һынамыштар
Еребеҙгә көҙҙөң һуңғы айы тантана итә. Түбәндәге халыҡ һынамыштары тап килерме икән, бәлки һеҙҙең үҙегеҙҙең күҙәткән һынамыштарығыҙ ҙа барҙыр?
1 ноябрь көн йылы булһа, ҡыш йылы килер
3 ноябрь көн йылы булһа, бер аҙна йылы һауа торошо һаҡлана
5 ноябрь көнө ҡар йәки ямғыр яуһа, өс аҙнанан ҡар ята
 
8 ноябрь иртәнән бәҫ—ҡарлы ҡышҡа ишара
9 ноябрь ниндәй—май айы шундай
10 ноябрь бәҫ—һыуыҡҡа, томан—епшек көнгә
12 ноябрь ҡырпаҡ ҡар төшһә, ысын ҡыш оҙаҡ көттөрмәҫ
14 ноябрь көнө ҡар төшһә, яҙ һыу күп булыр. Был көндө аяҡҡа бысраҡ эйәрә икән, һыуыҡтар булмаҫ
15 ноябрь һыуыҡ булып, әтәстәр йырлаһа, көндәр йылыта
17 ноябрь еңелсә һыуыҡ икән, ҡыш һыуыҡ булмаҫ
18 ноябрь ҡау яуһа, көҙгө культуралар уңышына ишара
19 ноябрь көнө ҡар осһа, ҡыш ҡарлы килер. Әгәр был көндө ел булмаһа, тиҙҙән ысын һыуыҡтар башлана
20—боҙ ҡатһа, тимәк, башҡа йылытмай
21 ноябрь епшек ҡар яуһа, яҙ айҙары ямғырлы булыр
22 ноябрь иртәһендә ағастарҙы бәҫ һырыһа, һоло уңыр. Ямғыр яуһа бойҙай мул булыр
24 ноябрь һыуыҡ булһа, ике-өс көндән һауа торошо боҙолор
25 ноябрҙә ваҡ ямғыр һибәләһә, кискә һыуытыр
28 ноябрь көнө ятҡан ҡар яҙға тиклем иремәй
29 ноябрь көндө еүеш ҡар—буранға
30 ноябрь көн ҡояшлы икән, ҡыш ҡояш менән әллә ни һөйөндәрмәҫ.
 
Ләйлә ҒҮМӘРОВА фотоһы. 
Ноябрь айына һынамыштар
Ноябрь айына һынамыштар
Автор:
Читайте нас