Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
6 Ноябрь 2025, 04:46

11 ауылға - юғары тиҙлекле интернет

Исемлектә ниндәй ауылдар?

11 ауылға - юғары тиҙлекле интернет11 ауылға - юғары тиҙлекле интернет
11 ауылға - юғары тиҙлекле интернет

Башҡортостанда 11 бәләкәй ауылға юғары тиҙлекле интернет үткәрелде.

Билдәле булыуынса, ауыл-ҡалаларҙа интернет булдырыу "Мәғлүмәт иҡтисады һәм дәүләтте һанлы трансформациялау" милли проекты (национальный проекта «Экономика данных и цифровая транформация государства») маҡсаттарының береһе булып тора.

- Бәйләнеш операторҙары Башҡортостан халҡын бәйләнеш һәм интернет менән тәьмин итеүҙе әүҙем алып бара. Беҙ бындай башланғыстарға һәр ваҡыт булышлыҡ итәбеҙ. Ауыл-ҡалаларҙа мобиль интернет бар икән, тимәк, халыҡ Дәүләт хеҙмәттәре менән ҡуллана, онлайн уҡыуҙар үтә ала, бизнес үҫешә, - ти республиканың дәүләт идаралығын һанлы үҫтереү министры Геннадий Разумикин.

Яңы телеком-ҡорамал Әбйәлил районының Иҙәш-Ҡусҡар, Архангел районының Айытмәмбәт, Благовещен районының Иҫке Елек, Ҡыйғы районының Сурбай, Кушнаренко районының Елек, Нуриман районының Ишморат, Салауат районының Әлкә, Хәйбулла районының Әбделнасир, Бакаловка, Сәғит ауылдарында ҡуйылды.

Билдәле булыуынса, милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.

Фото: "Национальные проекты" сайты.

Беҙҙең МАХ каналына - https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Сығанаҡ: bashgazet.ru

11 ауылға - юғары тиҙлекле интернет
11 ауылға - юғары тиҙлекле интернет
Автор:
Читайте нас