

Салауат Юлаев исемендәге батальон хәрбиҙәре Донецк халыҡ республикаһына ҡайын ағасы ултыртты. Росгвардияның башҡорт подразделениеһы ваҡытлыса урынлашҡан территорияны йәшелләндереүҙе яугирҙар урындағы муниципалитет хакимиәте менән үткәрҙе. Был сара халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан үткәрелгән.
Ағас үҫентеләрен Ишембай районынан килтергәндәр. Ҡайын ултыртыу урыны осраҡлы һайланмаған. Уларҙы Донбасты азат итеү өсөн фашист илбаҫарҙары менән көрәштә һәләк булған бишенсе удар армияһы һалдаттары һәм офицерҙары мемориалы янында ултыртҡандар.
"Беҙҙең һалдаттар хәҙер ваҡытлыса дислокация пунктында, яңы хәрби бурыстарға әҙерләнә. Улар үҙҙәре ағас ултыртыу инициативаһы менән сыҡҡайны. Ағас үҫентеләре ултыртыу өсөн ҡайынды Һайлағандар, сөнки Ул Рәсәй символы. Өҫтәүенә бында бындай ағастар бик аҙ. Үҫеп китһәләр, бик матур буласаҡ», - тип билдәләне Башҡортостан Башлығының РФ милли гвардияһы ғәскәрҙәре менән үҙ-ара эш итеү буйынса кәңәшсеһе, Салауат Юлаев исемендәге батальонды ойоштороу инициаторы Артур Йомағужин.
https://www.bashinform.ru