Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
6 Ноябрь 2025, 04:31

Йылы көндәр торасаҡ

Ноябрь башы Башҡортостан халҡын ҡар яуыуы һәм бер аҙ һыуыҡтары менән ҡурҡытты. Әммә, синоптиктар фаразлауынса, республикаға аномаль йылы һауа торошо ҡайтасаҡ.

Йылы көндәр торасаҡЙылы көндәр торасаҡ
Йылы көндәр торасаҡ

Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, ноябрь Башҡортостанда йылы була. Уртаса айлыҡ һауа температураһының норманан бер градусҡа юғарыраҡ булыуы көтөлә, норма -4,4 градус.

Фобос үҙәге метеорологтары 18 ноябргә тиклем термометрҙар көндөҙ ҙә, төндә лә температураны нулдән юғарыраҡ күрһәтәсәк, тип вәғәҙәләй. Болотло, әммә йылы буласаҡ. Ямғырҙар һәм ҡар яуыуы туҡтаясаҡ. Һауа температураһы төндә лә, көндөҙ ҙә 0-дән +8 градусҡа тиклем тәшкил итәсәк.

20 ноябрҙән һуң ғына ҡырҡа һыуыта. Айҙың һуңғы декадаһында көндөҙ -2, -18 градус, төндә -9, -23 градус һалҡын булыуы көтөлә.

Башинформ. 

Йылы көндәр торасаҡ
Йылы көндәр торасаҡ
Автор:
Читайте нас