Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
10 Ноябрь 2025, 09:44

90%-ҡа тиклем ташлама!

"Ҡара йома"ла бөтә тауарҙарға ла, шул иҫәптән балалар һәм өлкәндәр кейеменә, йорт йыһазына, электр тауарҙарына ташлама!

90%-ҡа тиклем ташлама!90%-ҡа тиклем ташлама!
90%-ҡа тиклем ташлама!

Аһа, тотолдоғоҙмо! 

Муттарҙың тоҙағына кешеләр шулай алданып эләгә лә инде! 

"Ҡара йома"ла 90%-ҡа тиклем ташлама!" - мутлашыусылар ташламалы һатыу миҙгеле алдынан әүҙем эшләй.

Улар ҙур брендтарҙың сайттарының күсермәһен, ялған интернет-магазиндар һәм фишинг ресурстар булдыра. Октябрь башынан алып эксперттар 278 шундай сайтты асыҡлаған. Әммә уларҙың һаны артҡандан-арта бара.

Һатып алыусыларҙы алдауҙың төп схемалары:

Фишинг һатыуҙар 
"Эксклюзив акция"ға һылтанма почтаға, мессенджерҙарға һәм социаль селтәрҙәргә килә. Әгәр ҙә һеҙ уның аша инеп, картағыҙ тураһында мәғлүмәтте яҙһағыҙ, шәхси мәғлүмәттәрегеҙ мутлашыусыларға эләгә.

Фейк отош уйындары һәм "бүләк карталары"
Һеҙгә ҙур приз яулау тураһында хәбәр итәләр. Уны алыу өсөн һалым йәки пошлина түләргә кәрәк. Шулай уҡ мутлашыусылар боттар төҙөй һәм популяр магазиндарҙа ҙур ташлама менән бүләк карталарын һатып алырға тәҡдим итә. Әлбиттә, аҡса күсерелгәндән һуң мутлашыусылар юҡҡа сыға.

"Курьерҙарҙан" шылтыратыуҙар
Мутлашыусылар шылтыратып, үҙҙәрен курьерҙар тип таныта. Улар, тауарҙы алыуҙы, тапшырыуҙы раҫларға кәрәк, смс-хәбәрҙән кодты әйтергә кәрәк, тип шылтырата. Асылда улар һеҙҙең мессенджерҙарға һәм банк иҫәбегеҙгә инергә тырыша.

Рәсми сайттарҙан ғына һатып алығыҙ, шикле һылтанмаларҙан һаҡланығыҙ һәм адресты тикшерегеҙ: әгәр унда йоҙаҡ һәм https хәрефтәре юҡ икән, был элемтә хәүефле тигәнде аңлата.

Бер ҡасан да смс-хәбәрҙәрҙән алынған кодтарҙы һәм банк картаһы мәғлүмәттәрен телефон аша, кем менән генә һөйләшһәгеҙ ҙә, әйтмәгеҙ.

Сығанаҡ: ye102.ru

90%-ҡа тиклем ташлама!
90%-ҡа тиклем ташлама!
Автор:
Читайте нас