Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
10 Ноябрь 2025, 06:47

Башҡортостанда яғыулыҡ йәнә ҡиммәтләнде

Башҡортостанда яғыулыҡҡа хаҡтарҙың артыуы ял көнөнөң күңелһеҙ традицияһына әйләнеп бара кеүек.

Башҡортостанда яғыулыҡ йәнә ҡиммәтләндеБашҡортостанда яғыулыҡ йәнә ҡиммәтләнде
Башҡортостанда яғыулыҡ йәнә ҡиммәтләнде

"Башнефть" заправкаларында йәнә хаҡтарҙың артыуы теркәлде, өҫтәүенә был ноябрь башынан алып икенсе тапҡыр ҡиммәтләнеүе. Көҙ башынан алып туғыҙынсы һәм 2025 йылда 25-се тапҡыр.

Бензиндың бөтә төрҙәренә хаҡтарҙы 20 тингә күтәрәлде. Хәҙер иң популяр АИ-92 литры 58,9 һумға төшә.  АTUM-92  - 60,2 һум, АИ-95 - 62,7 һум, ATUM-95  63,95 һумға һатып алырға  тура киләсәк.

Юғары октанлы АИ-100 бензины бер юлы 50 тингә - литры 83,65 һумға тиклем ҡиммәтләнгән. Ҡышҡы дизель яғыулығы ла шул тиклемгә ҡиммәтләнгән - литры 72,4 һум.

Бынан алда "Башинформ" 3 ноябрҙә хаҡтың артыуы тураһында яҙғайны.

Башинформ. 

Башҡортостанда яғыулыҡ йәнә ҡиммәтләнде
Башҡортостанда яғыулыҡ йәнә ҡиммәтләнде
Автор:
Читайте нас