

Йыл һайын 10 ноябрҙә Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө (ә уға ҡәҙәр Милиция көнө) билдәләп үтелә. Дата осраҡлы ғына һайланмаған — 1917 йылдың 10 ноябрендә эшселәр милицияһы төҙөлгән. Совет милиционерҙары беренсе тапҡыр hөнәри байрамдарын 1962 йылдың 10 ноябрендә билдәләп үтә. Тап бына шул ваҡытта Совет милицияһы көнө булдырыла. Һөнәри байрам булараҡ, был дата СССР Юғары Советы Президиумының 196 йылдың 26 сентябрендәге Указы менән билдәләнә. 1980 йылдан башлап, Совет милицияһы көнө СССР Юғары Советы Президиумының 1980 йылдың 1 октябрендәге Указы нигеҙендә рәсми дәүләт байрамы булды. 90-сы йылдар башында Эске эштәр министрлығы илдең эске эштәре менән шөғөлләнеүсе төп орган булып ҡалды hәм үҙ эшен Рәсәй Федерацияһынжа дауам итте. 2011 йылдың 1 мартында «Полиция тураһында» Федераль закон үҙ көсөнә инде һәм милицияның исемен полицияға үҙгәртелде. 2011 йылда байрамдың исеме Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнөнә үҙгәртелде. Ул бөгөнгө көнгә ҡәҙәр шулай ҡала бирә. Беҙҙең эшмәкәрлектә бик күп үҙгәрештәр булды. Шул уҡ ваҡытта беҙ үткән осорҙ:а булған иң яҡшы нәмәләрҙе онотманыҡ. Бишбүләк районы Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре киләсәккә ышаныс менән ҡарайҙар. Эске эштәр органдарын реформалау процесы дауам итә. Әле күп кенә һорауҙарҙы хәл итeргә кәрәк. Мoғайын, уларҙың иң мөhиме — йәмғиәт менән ысын партнерлыҡ мөнәсәбәттәре системаһын төҙөү.
Полиция hөнәре, халыҡтың именлеге, хоҡуҡтарын hәм ирекәтрен тәьмин итә, граждандарҙың законлы мәнфәғәттәрен яҡлау тураһында яуаплы ҡайғыртыуҙы үҙ өҫтөнә алды. Ведомство иҫәп-хисаптарының үтә күренмәлелеге, йәмғиәт өсөн асыҡлыҡ, халыҡ менән ышаныслы мөнәсәбәттәр төҙөү hәм башҡа бик күп нәмәләр — «Полиция тураһында»ғы закон нигеҙенә һалынған әйберҙәр. Был эш күптән алып барылды, заманса технологияларҙы ҡулланыуға яңы эш ысулдарын керетеү тураһында әйтеп тә тораһы түгел. Беҙ район үҙәгендәге хәлдең тотороҡлолоғон һаҡлап ҡала алдыҡ, дөйөм саралар үткәргәндә, Бишбүләк халҡының hәм район ҡунаҡтарының хәүефһеҙлеген тәьмин итә алдыҡ. Дөйөм алғанда, ситуация тураһында һөйләһәк, бөгөнгө көндә беҙ енәйәттәрҙең кәмеүен күҙәтәбеҙ. Шуныһы мөhим, hәр һан артында — барлыҡ шәхси составтың көсөргәнешле хеҙмәте. Хеҙмәтебеҙ ниндәй генә исем йөрөтмәһен, иң мөhиме — кешеләр. Эске эшлeр органдарының теләһә ҡайһы бүлексәһенең төп һәм бөтөргөһөҙ байлығы — уның хеҙмәткәрҙәре, уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ посында төрлө законһыҙ күренештәргә ҡаршы тора. Беҙҙең районда тыныслыҡ һәм хәүефһеҙлек өсөн улар йыш ҡына шәхси ваҡыттарын да ҡыҙғанмайҙар, көндөҙ ҙә, төндә лә ярҙамға ашығалар.
- Полиция хеҙмәткәрҙәренең райондағы барлыҡ сараларҙа ҡатнашыуы район халҡының hәм ҡунаҡтарның именлеген гарантиялай. Армиянан ҡайтҡан йәш егеттәр полицияға хеҙмәт итeргә теләп бара, сөнки ул тотороҡло хеҙмәт хаҡы hәм социаль гарантияларҙың киң спектрын бирә. Хәҙер Бишбүләк полиция бүлеге тулыһынса комплектланмаған. Полиция участок уполномоченныйҙары бүлексәһендә, эске эштәр органдары объекттарының хәүефһеҙлек һәм террорҙан һаҡланыу сараларын тәьмин итеү бүлексәһендә вакансиялар бар.
Теләһә ҡайһы коллективтың төп байлығы — кешеләр. Һөҙөмтә коллективтың ни дәрәжәлә профессиональ, берҙәм hәм маҡсатлы эшләүенә бәйле. Ир-аттар менән бер рәттән полицияла ҡатын-ҡыҙҙар ҙа эшләй, шул уҡ ваҡытта улар төрлө вазифалар башҡара. Балиғ булмагандар эштәре буйынса инспекцияла, полицияның бухгалтерия участок уполномоченныйҙары бүлегендә, тикшереүҙә, иҡтисади хәүефһеҙлек, коррупцияға ҡаршы көрәш бүлегендә эшләйҙәр. Әлбиттә, полиция хеҙмәткәрҙәре барыһы бер тигеҙ, әмәм ҡатын-ҡыҙҙар – бүлектең биҙәге. Традиция буйынса, 10 ноябрҙә полиция хеҙмәткәрҙәре аҡ күлдәк кейә, ләкин үҙҙәренең хәрби посын ҡалдырмай. Бүлектә тантаналы йыйылыш уҙа. Эштә айырылып торған хеҙмәткәрҙәр бүләктәр һәм сираттағы званиелар ала. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бишбүләк районы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәренең оперативлығы hәм ҡыйыулығы арҡаһында ауыл халҡының ышанысын яулай. Граждандарҙың полиция эше тураһындағы фекере — беҙҙең эште баһалауҙың берҙән-бер дөрөҫ һәм иң мөһим аҙымы. Был фекер ниндәй булыр, hәр хеҙмәткәргә, уның көндәлек эшенә, тактына hәм кеше хәлен ҡабул итеү һәләтенә бәйле.
Көн һайын үҙҙәренең һөнәри бурыстарын намыҫ менән үтәүсе Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренә ысын күңелдән рәхмәт әйтәһе килә. Бөгөн дә һаҡта торған, хаҡлы ялда булған хоҡуҡ һаҡсыларының бай тәжрибәләрен яңы быуынға тапшырған ветерандарыбыҙға ла рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Хоҡуҡ тәртибен һаҡлау органдарында хеҙмәт итеү бер ҡасан да еңел булманы, сөнки ул hәр ваҡыт барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙән юғары фиҙаҡәрлек, ныҡлы батырлыҡ, ҡаhарманлыҡҡа даими әҙерлек талап итте. Хеҙмәткәрҙәрҙең күпселеге барлыҡ бындай сифаттарға эйә, hәм Бишбүләк полицияһының ғорурланырлыҡ урыны бар. Барлыҡ хеҙмeткәрҙәрҙе, ветерандарҙы hәм уларҙың ғаилe ағзаларының һөнәри байрамдары — Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым! Барығыҙға ла ныҡлы һаҡлыҡ, именлек, оптимизм, сабырлыҡ hәм Ватанға хеҙмәт итеүҙә яңы уңыштар теләйем.
Алмаз ӘХМӘҘУЛЛИН, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бишбүләк районы буйынса бүлеге башлығы вазифаларын ваҡытлыса башҡарыусы, полиция подполковнигы