Дим буйҙары
+28 °С
Облачно
Общие статьи
11 Ноября 2025, 05:21

Һаулығыбыҙға иғтибарлы булайыҡ

Бишбүләктә «Себер сәләмәтлеге» офисы асылыуы барлыҡ район халҡы өсөн әһәмиәтле ваҡиға  булды. 

Һаулығыбыҙға иғтибарлы булайыҡҺаулығыбыҙға иғтибарлы булайыҡ
Һаулығыбыҙға иғтибарлы булайыҡ

Офис яңы сауҙа нөктәһе генә түгел, ул халыҡтың һаулығын, матурлығын hәм оҙон ғүмерен һаҡлау өсөн сифатлы  продукцияға ирешеү мөмкинлеген арттыра. «Себер сәләмәтлеге» компанияһы фитотерапия hәм Себер үләндәре көсөнә һәм алдынғы фәнни тикшеренеүҙәргә нигеҙләнгән биологик актив өҫтәмәләр өлкәһендәге инновацион әйберҙәр менән билдәле.

— Беҙҙең Бишбүләктә «Себер сәләмәтлеге» офисы асылыу тантанаһында ҡатнашыу күңелле.  Бында туплагған командаға уңыштар һәм рәхмәтле клиенттар теләйем! — тип билдәләп үтте район хакимиәте башлығының иҡтисад, инвестицион сәйәсәт һәм шәхси эшмәкәрлекте үҫтереү буйынса урынбаҫары Александр Семенов.

Район хакимияте башлығы исеменән ул офис етәксеһе Алия Тәфкил ҡыҙы Фәйзуллинаға сәләм хаты тапшырҙы.

Яңы офис етәксеһе  Алия Фәйзуллина компания продукцияһына Бишбүләк халҡы араһында һорау менән файҙаланасағына ышаныс белдерҙе. Ул әйтеүенсә, «Себер сәләмәтлеге» бар ғаилә өсөн һаулыҡты нығытыуға һәм профилактикалауға, энергия hәм матурлыҡты һаҡлауға йүнәлтелгән  продукцияның киң ассортиментын тәҡдим итә.  Офис асылыуға беҙҙең райондан компанияның партнерҙары hәм клиенттары күп булды, шулай уҡ Миәкә районынан бизнес буйынса партнерҙар ҙа килде.

— Бында минең менән бер тулҡында булған кешеләрҙе күреү бик күңелле, — тине Алия Тәфкил ҡыҙы. — Минең тормошомда был компанияның барлыҡҡа килеүе өсөн Хоҙайға рәхмәтлемен. Беҙҙең ғаиләлә бер көн дә «Себер сәләмәтлеге», тип әйтмәйенсә башланмай. Көн һайын өҫтәмәләр ҡулланабыҙ: омега, Д3, магний, кальций, коллаген, новомин. Был өҫтәмәләрҙе эсергә кәрәк, улар организмға витаминдар етмәүҙе тулыландыра. Ә ризыҡ менән беҙ быларҙың барыһын да ала алмайбыҙ. Бөгөн беҙ  компанияның брендлы офисы булдыҡ, башҡа дәрәжәгә күтәрелдек. Беҙҙең барыһы ла килеп сыҡты. Миңә ярҙам итеүселәрҙең барыһына ла  — ирем Венерға, балаларыма, тирә-йүндәгеләргә, дуҫтарыма, Бишбүләк районындағы Ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарҙар ассоциацияһына, үҙемдең командама рәхмәтлемен.

Алия «Себер сәләмәтлеге» компанияһында уның нимәнән башланыын һөйләне.

— Компанияла 13 йыл эшләү дәүерендә, күпме кешенең препараттар һатып алыуын күреп, продукция ысындан да ярҙам итә, тип ышанып әйтә алам, — тип һөйләне Бишбүләк ауылындағы «Себер сәләмәтлеге» офисы етәксеһе. — Әгәр кешенең ниндәйҙер диагнозы бар икән, йәки профилактика өсөн программа кәрәк икән, беҙ үҙебеҙҙең компания табиптарына яҙабыҙ, hәм улар протоколды тулыһынча билдәләйҙәр. Ә отошлы шарттар буйынса һатып алыу өсөн клиент картаһын һатып алырға мөмкин. Ул бушлай, уның менән һеҙҙә ташламалар буласаҡ, акцияларҙа ҡатнаша аласаҡһыҙ.

Бишбүләк халҡы компания продукцияһын һатып алыу ғына түгел, белгестәрҙән консультация алыу, һау-сәләмәт йәшәү рәүешенә бағышланған сараларҙа hәм семинарҙарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге лә алды. «Себер сәләмәтлеге» офисын асыу — районда йәшәүсе hәр кешенең һаулығына һәм хәүефһеҙлегенә инвестиция.

Галина ВАРИКОВА.

Автор фотоһы.

Һаулығыбыҙға иғтибарлы булайыҡ
Һаулығыбыҙға иғтибарлы булайыҡ
Автор:
Читайте нас