

Беренсе ысул:
1 кг лимон, 300 грамм һарымһаҡ һәм бер бәйләм петрушканы ит тартҡыстан сығарырға. Ҡараңғы урында 2 аҙна тоторға һәм артабан көнөнә өс тапҡыр ҡулланырға.
30 минут ҡала, 1 -әр сәй ҡалағы ҡабырға. Ул ҡандағы шәкәр кимәлен бик яҡшы төшөрә.
Икенсе ысул:
Ҙурлығына ҡарап, 10-15 лавр япрағы алырға. 200 мл һыуға һалып, 10-15 минут ҡайнатырға һәм ҡараңғы урында бер тәүлек төнәтергә. Ҡандағы шәкәр кимәле күтәрелһә, бер сәғәт эсендә әкренләп 5-6 сәй ҡалағы төнәтмә ҡабырға мөмкин.
Ас ҡарынға ҡарабойҙай һәм кефир ботҡаһы ашауҙың файҙаһы тейә. Кистән майлылығы түбән булған 1 стакан кефирға 1 аш ҡалағы ҡарабойҙай һалып ҡалдырырға. Иртән ас килеш ашарға кәрәк. Кискә лә шундай бутҡа әҙерләһәгеҙ, яҡшы булыр.
https://vk.com/tamletamak?ysclid=mhuddc80ap53869237