+30 °С
Болотло


Уҫаҡ-Кисеү мәктәбендә “МХО-лағылар өсөн йылы әйберҙәр» хәйриә акцияһы ойошторолдо. Уҡытыусылар, мәктәп хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар һәм ата-әсәләр йылы кейемдәр, постель кәрәк-яраҡтары, гигиена саралары йыйҙы.
Бөгөн алғы һыҙыҡта ауыр хәрби бурыстарын үтәгән яугирҙарыбыҙға еңел түгел, уларға дәртләндереү һүҙҙәре лә кәрәк. Уҡыусылар яугирҙарға изге теләктәрен ҡушып, йөкмәткеле хаттар яҙҙы. Тыуған яҡтан килгән сәләм хаты булғанда, уларға хеҙмәт итеү һәм һуғыш ауырлыҡтарын кисереү күпкә еңелерәк булыр, тип ышанабыҙ.
https://vk.com/ms_usakkichu