Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
13 Ноябрь 2025, 12:04

«Хәстәрлек поезы» эшен дауам итә

 Ҡыңғыр-Мәнәүез һәм Уҫаҡ-Кисеү ауылдарында МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләләре менән осрашыу үтте.  

«Хәстәрлек поезы» эшен дауам итә«Хәстәрлек поезы» эшен дауам итә
«Хәстәрлек поезы» эшен дауам итә

20-нән артыҡ кеше «Хәстәрлек поезы» республика проекты сиктәрендә  социаль ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре буйынса консультациялар алды. Башҡортостан Республикаһында МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүҙең 54 сараһы бар. Ауыл ерендә йшәүселәргә түләүҙәр һәм социаль ташламалар алыу мәсьәләләре буйынса консультатив ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән «Хәстәрлек поезы» акцияһы тураһында районда йәшәүселәр яҡшы фекерҙә. Был аҙнала билдәләнгән ваҡытта «Хәстәрлек поезы» район күсмә комиссияһы профилле ведомстволар белгестәре — район hәм ауыл биләмәләре хакимиәттәре, халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге, «Ғаилә» район-ара үҙәге, район мәғариф hәм һаулыҡ һаҡлау бүлектәре, шулай уҡ БР буйынса «Ватанды һаҡлаусылар» МХО ҡатнашыусыларына ярҙам итеү дәүләт фонды филиалы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында сираттағы мәртәбә граждандарҙы ҡабул итте. Район «Хәстәрлек поезы» Ҡыңғыр-Мәнәүез һәм Уҫаҡ-Кисеү ауылдарында булды. Консультация осрашыуҙары ауыл Мәҙәниәт йорттарында үтте. Мәҫәлән, бөгөнгө көндә Уҫаҡ-Кисеү ауылының 37 кешеһе махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ауыл клубында уларҙың фотолары ҡуйылған стенд бар.

Осрашыуҙар әңгәмә форматында уҙҙы. Йыйылыусылар эш төркөмө ағзарына коридор hәм йорттарҙың түбәләрен, ҡоймаларҙы ремонтлау, утын менән тәьмин итеү, ҡышҡыһын юлдарҙы һәм урамдарҙы таҙартыу, медицина хеҙмәткәрҙәренең уларҙың ғаилә ағзаларының ваҡыт-ваҡыт хужалыҡтарын ҡарап йөрөүҙәре, шулай уҡ шифаха-курортта дауаланыуҙары тураһында һорауҙар бирҙеләр. Кешеләрҙең, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларының ышанысынан файҙаланып, беҙҙең ышаныусан граждандарыбыҙҙы оятһыҙ рәүештә алдаусы мошенниктарҙың схемалары тураһында ла һүҙ барҙы. «Уяу булырға! Бындай провокацияларға бирешмәҫкә!».

Хәрби операция зонаһында йөрөүсе яҡындарыңдан хәбәр булмаһа, конкрет нимә эшләргә, hәм ҡайҙан ярҙам көтөргә. «Хәстәрлек поезы» эш төркөмө ағзалары тарафынан әйтелгән барлыҡ һорауҙарға яуаптар бирелде hәм эш төркөмө секретары Альбина Васильева тарафынан компетентлы органдар hәм рәсми заттар тарафынан булған проблемаларҙы артабан хәл итеү өсөн яҙма рәүештә теркәлде.

«Хәстәрлек поезы» проекты Бишбүләк районында үҙ эшен дауам итә, тораҡ пункттарҙа йәшәүселәргә социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә кәрәкле ярҙам күрһәтә. Тәжрибә күрһәтеүенсә, күсмә эш формалары ярҙамға мохтаждарҙың күберәк проблемаларын асыҡларға мөмкинлек бирә. «Хәстәрлек поезы» проекты үҙен халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеүҙең һөҙөмтәле ҡоралы булараҡ күрһәтте һәм үҙ эшсәнлеген районда дауам итергә планлаштыра.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотолары.

«Хәстәрлек поезы» эшен дауам итә
«Хәстәрлек поезы» эшен дауам итә
Автор:
Читайте нас