Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
14 Ноябрь 2025, 18:32

Сәйәхәт онотолмаҫлыҡ тойғолар ҡалдырҙы

Махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәргә ярҙам күрһәткән ирекмәндәр Санкт-Петербург ҡалаһында булды

Сәйәхәт онотолмаҫлыҡ тойғолар ҡалдырҙыСәйәхәт онотолмаҫлыҡ тойғолар ҡалдырҙы
Сәйәхәт онотолмаҫлыҡ тойғолар ҡалдырҙы

Махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ярҙам йөҙөнән һәр кем ҡулынан килгәнсә үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Райондың һәр ауылында тиерлек ирекмәндәр штабы эшләй. Ҡатын-ҡыҙҙар бергә йыйылып маскировкалау селтәрҙәре үрә, яугирҙәр өсөн сәй, оҙаҡ яна торған шырпылар, окоп шәмдәре һәм башҡа кәрәк-яраҡ әҙерләй, посылкалар йыйып ебәрә.

Ноябрь башында бер төркөм ирекмәндәр, махсус хәрби операцияла йөрөгән яугирҙәрҙең ата-әсәләре һәм ҡатындары илебеҙҙең гүзәл ҡалаһы - Санкт-Петербургта сәйәхәттә булып ҡайтты. Әйтергә кәрәк, бындай саралар былтыр ҙа ойошторолғайны, ирекмәндәрҙең ҡай берҙәре Ҡазан ҡалаһына барҙы, икенселәре иһә Мәскәүҙә һәм Ҡырымда булыуға иреште. “Бөтәһе лә Еңеү өсөн - Бишбүләк” төркөмө етәксеһе Алевтина Герасимова ойошторған турҙан һәр кем ҡәнәғәт ҡалған.

Аҙнай ауылынан Ирина Нуриева һәм Алмира Мөлөкөва ике йыл инде даими рәүештә маскировка селтәрҙәре үрергә йөрөй. Изге эшкә ҡушылған ирекмәндәр һалдаттарыбыҙҙың хәл-торошон еңеләйтеү өсөн, ваҡыт менән иҫәпләшмәйенсә эшләй. Улар ошо сәйәхәттән алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Ирина МӨЛҠӘМӘНОВА:

- Программала ҡаралғанса, көндә экскурсиялар ойошторолдо. Туристар ағымы өҙөлмәгән “Эрмитаж”да бер нисә сәғәт булдык. Ундағы һәр картинаны, эскпонатты ҡарап сығыу мөмкин түгел, шулай ҙа күңелгә оҡшағандары янында туҡталдыҡ һәм фотоға төшөрөп алдыҡ. “Царское село” ла  һәммәһе лә һоҡланғыс ине, Нева ҡапҡалары, “Аврора” крейсеры кеүек тарихи урындар, Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына арналған асыҡ һауалағы музей, архитектура ҡомартҡылары, бихисап скульптураларҙы күргәндән һуң, ысынлап та, Санкт-Петербург Рәсәйҙең иң матур ҡалаһы икәненә тағын бер тапҡыр инандыҡ. Был сәфәрҙән сувенирҙар, Питер ҡалаһы төшөрөлгән блокнот-календарҙар алып ҡайттым.

Альмира МӨЛӨКӨВА:

- Мин беренсе тапҡыр Санкт-Петербург ҡалаһында булдым. Беҙ унда бер тәүлек буйына барҙыҡ, арабыҙҙа йыр-моң һөйөүселәр күп булыуы оҙон юлды ҡыҫҡартты. Питерҙа беҙҙе күперҙәрҙең күплеге хайран итте, бында улар 400-ҙән ашыу булһа, шуларҙың 8-ҙе теплоходтарҙы үткәреү өсөн асыла икән. Төндә зәңгәр, йәшел төҫтәре менән балҡыған күперҙәрҙе күперҙәрҙе күреү өсөн сәғәт берҙә Нева йылғаһына барҙыҡ. Ҡала буйлап йөрөгәндә ниндәй генә скульптураны осратмайһың.

Оҙон юл буйы ултырып барыу һәм ҡайтыу арыттырһа ла, кешеләр менән аралашыу, легендар ҡаланың күренекле урындары менән танышып, төрлө музей-күргәҙмәләрҙә йөрөү күңелдә онотолмаҫлыҡ тәьҫорттар ҡалдырҙы. Бындай экскурсия ойошторған етәксебеҙгә рәхмәтлебеҙ.

Әлеге мәлдә Аҙнай ауылының ирекмәндәр штабы ғәҙәти режимда эшләүен дауам итә. Һәр кемдең телендә “тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын ине”, тигән теләк яңғырай.  

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Фотолар шәхси архивтан алынды.

Сәйәхәт онотолмаҫлыҡ тойғолар ҡалдырҙы
Сәйәхәт онотолмаҫлыҡ тойғолар ҡалдырҙы
Сәйәхәт онотолмаҫлыҡ тойғолар ҡалдырҙы
Сәйәхәт онотолмаҫлыҡ тойғолар ҡалдырҙы
Сәйәхәт онотолмаҫлыҡ тойғолар ҡалдырҙы
Сәйәхәт онотолмаҫлыҡ тойғолар ҡалдырҙы
Сәйәхәт онотолмаҫлыҡ тойғолар ҡалдырҙы
Автор:Гумерова Л
Читайте нас