Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
17 Ноябрь 2025, 05:34

Башҡортостанда Малейка һәм Иоанн исемле сабыйҙар тыуған

Ниндәй исемдәрҙе күберәк ҡушалар?

Башҡортостанда Малейка һәм Иоанн исемле сабыйҙар тыуғанБашҡортостанда Малейка һәм Иоанн исемле сабыйҙар тыуған
Башҡортостанда Малейка һәм Иоанн исемле сабыйҙар тыуған

2025 йылдың 1 ғинуарынан 16 ноябренә тиклем донъяға килгән сабыйҙарҙың үҙенсәлекле һәм популяр исемдәре билдәле булды. Был турала ЗАГС реестрының мәғлүмәт-аналитика порталы хәбәр итә.

Сервис мәғлүмәттәре буйынса, ҡыҙҙар араһында – Малейка, Эльвира, Рейна, Афра һәм Родаслава, ә малайҙар араһында Эдель, Янислав, Йософйән, Кирос һәм Иоанн исемдәре лә осрай.

Ҡыҙҙарҙың иң популяр исемдәре – Ева (350), Амелия (344), Әминә (338), София (316) һәм Эмилия (313). Малайҙарға йышыраҡ Әмир (453), Эмир (340), Тимур (335), Мирон (281) һәм Михаил (276) тип ҡушалар.

https://www.bashinform.ru/

Башҡортостанда Малейка һәм Иоанн исемле сабыйҙар тыуған
Башҡортостанда Малейка һәм Иоанн исемле сабыйҙар тыуған
Автор:
Читайте нас