Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
23 Ноябрь 2025, 06:02

Көн торошо

Әлегә йылы: Башҡортостан синоптиктары бер аҙнаға фараз менән уртаҡлашты

Көн торошоКөн торошо
Көн торошо

Башҡортостанда алдағы көндәрҙә ноябрь аҙағы өсөн дымлы һәм сағыштырмаса йылы һауа торошо һаҡланасаҡ.

Башгидромет мәғлүмәте буйынса, бөгөн бөтә республикала ямғырҙар дауам итәсәк, ә төньяҡта ҡар ҡатыш ямғыр яуасаҡ, урыны менән көслө яуым-төшөм көтөлә. Төньяҡ райондарҙа сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар йәбешеүе ихтимал. Урыны менән боҙлауыҡ, томан фаразлана, юлдарҙа – шыуыш. Ел көньяҡ-көнсығыштан, талғын. Көндөҙ температура +3-тән +8 градусҡа тиклем тәшкил итәсәк.

Дүшәмбе, 24 ноябргә ҡарай төндә ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы көтөлә, урыны менән – уртаса. Республиканың көньяғында һиҙелерлек яуым-төшөм фаразланмай. Урыны менән томан, боҙлауыҡ һәм епшек ҡар яуыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ һаҡланасаҡ. Көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр яуа йәки епшек ҡар яуа. Ел көньяҡтан, талғын. Һауа температураһы төндә -2, +3, көндөҙ – 0, +5 градус.

Шишәмбе, 25 ноябрҙә, айырым райондарҙа йәнә бер аҙ яуым — төшөм-ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы ихтимал. Төндә һәм иртән томан, боҙлауыҡ һәм шыуыш юлдар фаразлана. Ел көньяҡтан, талғын. Төндә Температура -2 градустан +3 градусҡа тиклем тәшкил итәсәк.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА фотоһы. 

Башинформ. 

 
 
  •  
Көн торошо
Көн торошо
Автор:
Читайте нас