

Быйыл 10 ай эсендә Башҡортостан 428 мең тонна агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлаған, тип хәбәр итә республиканың Ауыл хужалығы министрлығы. Үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда үҫеш 108 процент тәшкил иткән.
Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы продукцияһын оҙатыуҙы арттырыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы (национальный проект “Международна кооперация и экспорт”) башҡарыла.
Экспорт структураһында элеккесә май продукцияһы тармағы өҫтөнлөктө биләй, ул 71,8 процент тәшкил итә. Икенсе урында аҙыҡ һәм эшкәртеү сәнәғәте продукцияһы (16,3 процент).
Ҡалған өлөштө иген һәм башҡа продукция тәшкил итә.
-Һуңғы биш йыл эсендә агросәнәғәт комплексын экспортлау ике тапҡырға артты. Бөгөн беҙҙең аграрийҙар төп туҡланыу продукттары менән республикабыҙҙы ғына тәьмин итеп ҡалмай, әүҙем рәүештә экспортлайҙар, сит илдәрҙең яңы баҙарҙарын үҙләштерәләр, - тине Башҡортостандың ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Рәмил Нуриәхмәтов.
Йыл башынан Башҡортостан донъяның 31 иленә ауыл хужалығы продукцияһын экспортлаған.
Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.
Башинформ.